ЮЛЫМ ТӨШТӨ УКРАИНАҒА (Беренсе сәфәр, 2009 йыл, июль.)

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлана
(Эш сәфәренән юлъяҙҙма)

ЮЛЫМ ТӨШТӨ УКРАИНАҒА
(Беренсе сәфәр, 2009 йыл, июль.)

Алыҫ юлға тәүге юлланыуым түгел. Күргәнем бар Урал аряъғын, Ҡазағстан далаларын,
Балтик буйындағы ҡалаларҙы. Мәскәү яҡтарында, Бородино ҡырҙарында ла булған бар.
Сираттағы сәфәрем иһә, барлыҡ сәйәхәттәрҙән айырылып тора, үҙенә бер башҡа мәғәнә
һалынған, ҡәтғи бурыстар йөкмәтелгән, аныҡ бурыстар ҡуйылған.
Рәсәйҙең ут күршеһе булһа ла, хәҙер инде сит дәүләт иҫәпләнгән Украинаға сәфәр сығыуыма
фатиха биреп, юлға сығырға әмер биреүсем – республика хәрби Дан музейы етәкселеге.
Миңә тиклем дә музейыбыҙҙың ғилми хеҙмәткәре – тәжрибәле журналист Фәрит Назар улы
Вахитов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнеүсе журналист булараҡ, бик
күп тапҡырҙар ошо юлды үткән, генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се (16-сы) Башҡорт
кавалерия дивизияһының 1943 йылдың февралендә дошман тылына тәрән рейд яһаған
урындарҙа бик күп кешеләр , эҙәрмәндәр, һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашып, фекер
төйнәп ҡайтҡан ине.

Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләрендәге башҡорт атлылары дошман тылына үтеп кергән
Дебальцево станцияһында, Чернухино, Штеровка ауылдарында, Петровское ҡаласығында Фәрит
Назар улы бер-нисә тапапҡыр була. Ошондай сираттағы бер сәфәренән әйләнеп ҡайтҡандан һуң уның
генерал-майор М.М. Шйморатовтың батырҙарса һәләк булған урында имән ағасы үҫеп сыҡҡан, тип
хисләнеп һөйләп торғаны һис иҫтән сыҡмай. Шулай фекер өҫтөнә уй, уй янына ниәттәр беркетелеп,
Ф.Н. Вахитовтың тәҡдиме менән, ниһайәт, беҙҙең Республика Хәрби Дан музейы коллективында данлы
генералыбыҙ Миңлегәли Минһаж улы Шайморатовтың 110 йыллығын лайыҡлы билдәләү маҡсатында
“Данлы атлылыар юлынан” тип аталған халыҡ-ара фәнни-мәҙәни акция ойоштороу теләге нығынды.
Тиҙ арала буласаҡ акцияның аныҡ маҡсаттарын да билдәләп ҡуйҙыҡ:

1.112-се (16-сы) Башҡорт атлы дивизияһының тәүге командиры генерал-майор М.М. Шайморатовтың
һәм дивизия хәрбиҙәренең исемдәрен мңгеләштереү;
2.Украинаның Луганск өлкәһендәге Петровское ҡаласығында Башҡорт атлыларына бағышлап сквер
ойоштороу, ағас ултыртыу,скверҙа монументаль иҫтәлекле билдә урынлаштырыу. Генерал Шайморатовтың
батырҙарса һәләк булған урыны янында иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырыу;
3.Украин һәм башҡорт халыҡтары араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу.
Беҙҙең был уй-ниәттәребеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында
ла ҡеүәтләп ебәрҙеләр. Ҙур конкурсты үтеп, Республиканың Хәрби Дан музее тәҡдим иткән “Данлы атлылылар
юлынан акцияһы” 2009 йылда Президент грантына лайыҡ булды. Ошо проектты бойомға ашырыу маҡсатында
миңә лә ижади йомоштар бирелеп, алыҫ сәфәргә сығыр өсөн сират еткәнен оло ышаныс белдереү тип ҡабул иттем.
Музейыбыҙҙа әҙерлек эштәре ҡайнап торҙо. Тиҙ арала рәсми делегацияның ағзалары барланды. “Данлы атлылар
юлынан” халыҡ-ара акцияһының исемен табыуҙа, эмблемаһын эшләүҙә, программаһында раҫланған граниттан
ҡороласаҡ һәйкәлде, буласаҡ скверҙың проектын ижади күҙаллау буйынса тәҡдимдәремдең хуплау табыуы тағы
ла ҙур яуаплылыҡ, дәрт өҫтәне.

Бына ошондай үҙенсәлекле мәсьәләләрҙе урында хәл итер өсөн, буласаҡ һәйкәлдең ҙурлығын, урынын, ағастар
ултыртыласаҡ скверҙың биләмәһенең эстетик күҙалланышын урында өйрәнеп, үлсәмдәрен алып ҡайтыр өсөн июль
айының томра эҫе көнөндә Украина еренә етеп киләмен. Республиканың Хәрби Дан музейының фатихаһы менән
юлланған рәсми сәфәремдең төп йомошо бик аныҡ ҡуйылған: үрҙә әйтелгән эштәрҙе бойомға ашырыр, скверҙа башҡорт
атлыларына арналған монументаль билдәне төҙөп-ҡороп ҡуйыр өсөн оло гранит ярсығын бушлай алыу буйынса
һөйләшеп-килешеп, уртаҡ тел табыу йомошо иң төп бурыстарҙың береһе булып тора.

Ҡәҙерле уҡыусыбыҙҙың уйында:”Ә ниңә әле үҙебеҙҙең Урал гранитын алып барып ҡуймаҫҡа?- тигән урынлы һорау
тыуыуы ихтимал. Ысынлап та, акциябыҙҙың проектын уйлағанда, тәүҙәрәк, беҙ ҙә шулай уйлай инек. Әммә, һәйкәл
өсөн 8-12 тонна ауырлыҡтағы ҙур гранит киҫәген Башҡортостандан Петровское ҡалаһына килтереү өсөн байтаҡ
транспорт сығымдары кәрәк, сит илгә сығарыу өсөн киткән сығымдарҙы ла бөгөн бер кем дә үҙ өҫтөнә ала алмай ине.
Шуға күрә, үҙ-ара кәңәшләшеп, Украинаның гранит таштарға бай икәнен иҫтә тотоп эшләнек был аҙымды. бында
ниндәйе генә юҡ! Гранит менән сауҙа итеүсе илдәр араһында Украина менән ярышыусы ил һирәктер. Тәүге бараһы
еребеҙ ҙә шуға күрә, алдан билдәп ҡуйылған - Украинаның Кировоград өлкәһендәге даны тирә-яҡҡа билдәле булған
капустян граниты сыҡҡан каръерға юл тотҡанмын.

Капустян граниты сифатлы, ә хужаһы илтифатлы
Ҡасандыр Советтар Союзы гөрләп торған замандарҙа сиктәре шартлы рәүештә генә карталарҙа билдәләнгән ине,
ә бөгөн килеп, сит ил дәүләтенә әйләнгән Украина - Рәсәй сиген Һамар-Харьков йүнәлешендәге Валуйки һәм Тополя
сик буйы станцияларында имен-аман үтеп, Кировград ҡалаһына килеп еттем. Унда мине күреп-белеп, таныған кеше
булмаһа ла, Башҡортостан гранитсыларының яҡшы партнеры, татар егете Рауил Минғаяз улы Әһлиуллин көтә.

Кировоград ҡалаһы үҙенең таҙалығы, боронғо йорттарҙың һаҡланып ҡалыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Йәшеллек күп.
Тимер юл вокзалынан йыраҡ булмаған “Европа “ ҡунаҡханаһына йәйәүләп килеп бик тиҙ урынлаштым. Минең
килеремде белеп карьер хужаһы Әһлиуллин номер хәстәрләп ҡуйған. Иртән иртүк тороп ҡунаҡхананан йыраҡ түгел,
ҡала уртаһында урынлашҡан “Капустян граниты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең офисына килдем. Алсаҡ йөҙ менән
ҡаршы алдылар. Күп тә үтмәй Рауил Минғаяз улы Әһлиуллин үҙе килде. Коллегалары менән ихлас иҫәнләшеп, миңә
лә ҡулын биреп күреште, оперативка үткәргәс тә ҡабул итергә әҙерлеген әйтеп, аҙ ғына көтөп ултырыуымды һораны.
Үҙен бик ябай, ләкин эшлекле, ышаныслы тотоуы, асыҡ йөҙлөлөгө үҙенә тартып тора. Үҙе олпат кәүҙәле булһа ла,
йылдам хәрәкәтле, күҙҙәре яғымлы ҡарай.
Вәғәҙә иткәнсә, 20-30 минут үтеүгә эшлекле кәңәшмәһен үткәреп бөткәс, ул минең кереүемде һораны. Йомошомдоң
төп асылын һорап, иғтибар менән тыңланы.
- Башҡортостанда һеҙҙең турала бик яҡшы беләләр. Һеҙҙең турала беҙгә “Башҡортостандың тәбиғи таштарҙы эшкәртеү
үҙәгендә” әйткәйнеләр, уларҙан күп сәләм алып килдем, - тип, һүҙ башланым. Килеүемдең төп сәбәбе- халҡыбыҙҙың данлы
улы, милли батыры, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының тәүге командиры М.М. Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл
тулыу уңайынан Украинаның Луганск өлкәһендәге Петровское ҡаласығында һәйкәл ҡуйыу өсөн гранит кәрәк булды.
Башҡортостанда ла гранит бар, тик алыҫ араға ил сиктәре аша йөрөтөү бик күп сығымдар талап итә. Бының өсөн беҙҙең
акциябыҙҙы ойоштороуға бүленгән дәүләт аҡсаһы ғына етмәҫ, шуның өсөн һеҙҙең туранан-тура ярҙамығыҙға һәм аңлауығыҙға
өмөт итәбеҙ. Мине һеҙҙең янға рәсми йомош менән йүнәлткән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт
министрлығында ла тап шулай уйлап, ышанып ҡалдылар. Беҙҙең изге ниәттәребеҙҙе кире ҡаҡмауығыҙға ышанысыбыҙ
дәртләндерҙебеҙҙе, алыҫ юлға сығырға. Луганск өлкәһенең Петровское ҡаласығына иң яҡын арауыҡта булған һеҙҙең
карьерҙың сифаты ла беҙҙе ҡәнәғәтләндерә. Иң мөһиме, һәйкәлгә яраҡлы гранит киҫәген, мин беҙҙең Хөкүмәтебеҙ һәм
Башҡортостан халҡы исеменән беҙгә бушлай биреүеҙе һорайым. Кәрәкле гранит киҫәген каръерға барып һайлап алырға
рөхсәт итеүегеҙгә лә ҙур ышыныс менән килдем, тип үҙемдең барлыҡ теләк-маҡсаттарым менән таныштырҙым.

Рауил Минғаяз улы мине тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, йылмайғандай итеп күҙҙәрен ҡыҫты: “Ә һин, ҡустым, үҙең һораған
граниттың хаҡы күпме торғанын беләһеңме?”- тип, күҙҙәремә тура ҡараны. Мин дә. йылмайҙым да, уға тура төбәлеп:

- Әлбиттә, гранит киҫәктәренең бик ҡиммәт тороуын беләбеҙ һәм аңлайбыҙ, ләкин беҙҙең башҡорт кавалерия дивизияһы
1943 йылда Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү хаҡына иң аҫыл улдарын ҡорбан итеп, ҙур ҡорбандар биреп,
баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе бит. Фашистарҙы ҡыуып килгән ыңғайы Днепр йылғаһын дошман уты аҫтында иң
тәүгеләрҙән булып башҡорт атлылары кисеп сыҡты һәм алдағы ярҙа нығынып, төп көстәр килгәнсе ҡаты һуғыш алып барҙы.
Днепрҙы кисеү өсөн генә лә 16-сы гвардия исеме алған башҡорт дивизияһынан 54 кешегә Советтар Союзы исеме бирелде.
Граждандар һуғышы йылдарында ла башҡорт халҡының аҫыл улдары, комбриг Муса Мортазин етәкселегендә Украина
ерендә совет власы дошмандары менән батырҙарса һуғышты. Ҡыҫҡаһы, Украина ере башҡорт ҡаны менән бик күп һуғарылған.
Бына, бәлки шуның өсөн дә һеҙҙең Капустян каръерында бик күп сығарылған гранит ҡып-ҡыҙыл төҫкә ингәндер, ә беҙгә тап
ошондай, тамып ҡалған батырҙар ҡанылай ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге гранит кәрәк тә инде!”- тинем һәм Әһлиуллиндың ҡулына үҙем
менән алып килгән “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубы сығарған “Башҡорт халҡының хәрби даны” исемле китапты тотторҙом.
Рауил Минғаяз улы китапты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, һоҡланып ҡулына алды. Ул үҙенең урынбаҫары менән китап биттәрен
ҡарай башлаған бер мәлдә:

-Башҡорт балынан да бер аҙ ауыҙ итегеҙ,- тип, өҫтәлгә бал тултырылған һауыттарҙы ултырттым. Бүләккә тип ҡурай ҙа алып
килгән инем. Уйнап күрһәтергә рөхсәт һорап ”Урал” көйөн һуҙып ебәргәс, барыһы ла бер-бер артлы ҡалҡынып, аяҡ өҫтө баҫып
тыңланылар. Уйнаған ҡоралымдың нимә икәнен һоранылар, тағы ла уйнауымды үтенделәр. ”Ҡаһым түрә”не, «Шайморатов генерал»
көйөн, айырып Әһлиуллин хөрмәтенә “Форт Перовский”ҙы уйнап бөткәс, ҡурайҙы Рауил Минғаяз улының ҡулына тотторҙом.
Ҡурайға: ”Батырҙар Башҡортостанды данлай” тип яҙылған ине. Ул минең ҡулдарымды ҡыҫып, үҙемде ҡосаҡлап:
“Былай булғас башҡорт халҡының батыр улдары хөрмәтенә үҙең теләгән гранитты бушлай бирәм”- тип, мине бик ныҡ ҡыуандырҙы.

-Карьерға иртәгә алып барырмын, бөгөнгә бәлки ял итерһең?

-Башҡортостанға ҡайтҡас ял итергә өлгөрөрбөҙ.

-Улай булғас, хәҙер үк каръерға ҡуҙғалабыҙ, ризаһыңмы?

-Әлбиттә!

Мин уның ысын хужаларса, һис бер һатыулашмайынса, бик тотанаҡлы һәм эшлекле, ваҡыттың ҡәҙерен белеүсе етәксе
икәнен күреп, тағы бер тапҡыр һоҡландым. Тәҡдимгә рәхмәт әйтеп, шатланып риза булдым. Беҙ офистан сығып ҡара
төҫтәге джип-”Land-Cherokee” ға ултырырға тоғанда Мәскәүҙән гранит таштар менән сауҙа итеүсе эшҡыуарҙар, Әһлиуллиндың
күптәнге партнерҙары килеп төштө. Тиҙ генә ҡунаҡтарҙы минең менән таныштырып: - Рәсәйҙән, алыҫ Башҡортостандан килгән
ҡунаҡҡа карьерҙы күрһәтеп ҡайтам. Башҡорт халҡының данлы атлыларына һәйкәл ҡуйыр өсөн алыҫ араны яҡын итеп гранит
һорап килгән ул, - тине. Мәскәүҙән килеүселәр бынан бер-нисә йыл элек Әһлиуллинда эшләп, тәжрибә алған егеттәр икән.
Рауил Минғаяз улы руль артына үҙе ултырып, мине 80 километр йыраҡлыҡта ятҡан Капустян ятҡылығына ҡарай алып китте.
- Исемегеҙ һеҙҙең рус, йәки ураин түгел икәнегеҙҙе раҫлап тора, ә сит яҡ ерҙәрҙә туған телегеҙҙе онотманығыҙмы?

- Юҡ, онотманым, аз-маз беләм, тип машинала барғанда Раумл Минғаяз улы бик матур итеп татарса һөйләшеп барҙы.
Үҙе менән дә, Украинала барған үҙгәрештәр менән дә таныштырып өлгөрҙө. Ул 1952 йылда Казан ҡалаһында дәүләт именлеге
хеҙмәте офицеры ғаиләһендә тыуған. Атаһы Минғаяз Әһлиуллин тыумышы менән Татарстандың Әлмәт районынан. Дәүләт
именлеге хеҙмәте подполковнигы дәрәжәһендә Урта Азияның төрлө ҡалаларында хеҙмәт итеп, Ленинабад ҡалаһында вафат
булып, шунда ерләнгән. Әсәһе – Зарифа Йосоп ҡыҙы туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуа, әле Мәскәүҙә йәшәй. Ул Мордовияның Красная
Поляна ауылы ҡыҙы икән. Йыл һайын йәй көнө Украинаға, улы янына килеп, бер аҙ ҡунаҡ булып, дауаланып ҡайта.

Рауил Минғаяз улының үҫмер йылдары Чкалов ҡалаһында үтеп, Ленинабад ҡалаһында төҙөлөш техникумын тамамлай.
Тажикстанда, Үзбәкстанда, Уралда уран рудниктарында, шахталарҙа 22 йыл эшләй. Шуның 15 йылын уран рудниктарында
инженер булып эшләп үткәрә. Һуңғы 10 йылда ул Кировоград өлкәһенең Новокраинка районындағы Капустян гранит карьерында
идара рәйесе вазифаһында эшләй. Был карьер Украиналағы иң эре гранит ятҡылыҡтарының береһе, ә сығарылған гранит төрө
ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, киң билдәле Капустян граниты тип атала. Карьерҙа 350 кеше эшләй.Тирә-яғындағы предприятиеларҙан
айырмалы рәүештә, эш хаҡы ла ваҡтында түләнә һәм ул сағыштырмаса юғары. Карьерға Әһлиуллин килгәс эштәр яйға һалынған
да инде. Ул предприятиены банкротлыҡтан сығарыуға күп көс һала. Хәҙер инде Капустян гранитын донъның 15 иленә, шул
иҫәптән АҠШ, Италия, Ҡазағстан, Германия, Голландия, Канада, Ғәрәп илдәре һ.б. Бөгөнгө етештереү ҡеүәте менән иҫәпләгәндә,
ятҡылыҡтың сеймал запасы 90 йыллыҡ тип иҫәпләнә. Тимәк уның киләсәге бар, тигән һүҙ.Рауил Минғаяз улының хеҙмәттәре лә
юғары баһаланған.Уға Рәсәйҙең III дәрәжәле “Таусы Даны” (Горняская Слава) ордены тапшырылған. Ул Новоукраинка район
Советы депутаты булып һайланған. Бик күп сараларҙың бағыусыһы булып та сығыш яһай, айырыуса балалар йорттарында
тәрбиәләнгән йәтим балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар һәм сығымдар бүлә.

Уның Өфөләге элекке “Башгранит”, ә бөгөнгө “Башҡортостандың тәбиғи таштарын табыу һәм эшкәртеү үҙәге”ндә
фекерҙәштәре, партнерҙары булыуын да әйтте. Әйткәндәй, беҙгә уның тураһындағы мәғлүмәтте тап ошо коллектив хеҙмәткәрҙәре
әйткәйне лә инде. -”Әһлиуллинға барығыҙ, ул ышаныслы кеше, һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәк”,- тигәйнеләр. Бынан тиҫтә йыл элек
төҙөлгән Республика Хәрби Дан музейы эстән дә, тыштан да ошо Капустян граниты менән биҙәлгән. Шуға ла әлеге беҙҙең
күрешеү һис осраҡлы күренеш түгел ине. Бынан 10 йыл элек Республика Хәрби Дан музейын төҙөгәндә бинаны тышлар
өсөн Капустян граниты кәрәк булһа, бөгөн дә 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының 1943 йылдың
февралендә Украинаны фашистарҙан азат итеүҙә һәләк булған яугирҙар, дивизияның тәүге командиры генерал-майор
М.М. Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған монументаль билдәне төҙөр өсөн дә ошо ҡыҙыл гранитҡа ихтыяж килеп тыуҙы.
Украина еренә ғәзиз ҡандары тамған башҡорт атлыларының үлемһеҙ батырлығын тик Капустян карьерында табылған ҡандай
ҡыҙыл төҫтәге гранит ҡына тулыһынса сағылдыра алырына һис икеләнмәй килдем мин бында. Буласаҡ һәйкәлдең ҡайһы
өлөшө ниндәй материалдан эшләнәсәген проектта алдан уҡ асыҡ төҫмөрләп, эскиздарҙың әҙер булыуын Рауил Минғаяз
улына әйтеп бирҙем. Һәйкәл Башҡортостандан килтерелеп, халҡыбыҙҙың һағышын, ҡайғыһын хәтерләтеп тороусы ҡара
төҫтәге гранит таҡтаны ҡыҙыл төҫлө Украина гранитына беркетеп эшләнәсәк. Был фекерем менән тулыһынса килешеүен ул:

- ”Бик шәп буласа! - тип, ҡеүәтләп белдерҙе.

Бына шулай һөйләшеп килә торғас 80 километр йыраҡлыҡта ятҡан Капустян карьерына килеп тә еттек. Ҙурлығы
йәһәтенән Украинала икенсе урында торған был карьер 24 гектар майҙанды биләй. Карьерҙа бер үк ваҡытта 7 бригада ер
ҡатламынан гранит киҫеп сығара. Машинанан төшөп, карьер ситенә килеп ҡарағас, 40-60 метр түбәндә ғәжәйеп күренеш
асылды. Аҫта бәләкәй генә булып күренеп ҙур-ҙур экскаваторҙар, бульдозерҙар, йөк машиналары хәрәкәт итә. Өҫтә, юл
ситендәге асыҡ майҙанға киҫеп сығарылған меңәрләгән эреле-ваҡлы гранит киҫәктәре өйөлөп ята. Һәр береһенең ауырлығы
7-10 һәм унан да ашыуыраҡ тонналы киҫәктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ бында. Йәнең теләгәнде һайлап ал.

Әһлиуллин оло кәүҙәле булыуға ҡарамаҫтан, бик еңел хәрәкәтләнеп, шул ҙур-ҙур гранит киҫәктәренең өҫтөндә бик йылдам
хәрәкәттәр менән йүгереп тиерлек йөрөй. Ул әле бер, әле икенсе таш өҫтөндә бөйөрөнә таянып, эргә-тирәһендәге таш
киҫәктәрен байҡай. Бер аҙ шулай ҡараштырып йөрөй торғас, ул мине юл ситендәге ҙур гранит киҫәге янына алып килде:

-Оҡшаймы?

–Бына был үҙе матур, сифатлы ла!,- тип миңә ҡараны Әһлиуллин. Ысынлап та ул күрһәткән гранит киҫәге тәү күреүҙән
үк күңелгә ятты. Проектта 3арал4анса, бар ере лә килешле был оло гранит ярсығы миңә лә бик оҡшаны. Бейеклеккә-1,8,
киңлеккә-2, яҫылыҡҡа 1,5 метр самаһы булған был таш бик күркәмбулып, күңелде арбап ултыра ине ул. Күңелем күтәрелеп,
тирә-яҡты байҡап ҡараһам, Рауил Минғаяз улы башҡа киҫәктәрҙең өҫтөнән еңел генә атлап, тағы ла яңы киҫәктәр эҙләй ине.
Беҙ тағы ла байтаҡ киҫәктәргә юлығып, уларҙы сағыштырып ҡарап сыҡтыҡ. Ләкин, тәүге һайланған гранит киҫәгенә
тиңләшерлеген тапманыҡ. Был киҫәкте Әһлиуллин, сентябрҙа мин яңынан әйләнеп килгәнгә тиклем һаҡларға һәм тейәп
ебәреү өсөн әҙерләп ҡуйырға ярҙам итәсәген әйтте.

Ваҡытты әрәм итмәҫкә тырышып, мин шул уҡ көндөң кисендә Донецк ҡалаһына тиклем поезға билет алып, юлға сыҡтым.
Хәҙер инде минең төп маҡсатым Кировоград-Донецк йүнәлешендә Луганск өлкәһенең Петровское ҡала Хакимиәтенә килеп,
төҙөләсәк һәйкәл өсөн кәрәкле гранит киҫәген табыуым хаҡында хәбәр итергә тейешмен. Ошонда уҡ башҡорт атлылары
хөрмәтенә бағышлап ойоштороласаҡ скверға бүленгән ер биләмәһен ҡарап, Башҡортостандан рәсми делегация килгәнсе,
скверҙы, һәйкәлде ойоштороу мәсъәләре менән шөғөлләнеү, кәрәкле урындарҙы фотоға төшөрөп алыу ҙа минең командировк
а планына ингән. Беренсе сәфәрем бик ҡыҫҡа ваҡытлы булһа ла, уңышлы һәм һөҙөмтәле булды.

Рейд юлдары тарих һөйләй.

Дебальцево төйөнө

Дебальцевоға Донецк ҡалаһынан автобус менән килдем. Донецк өлкәһе үҙенең һоролоғо, нисектер бушап, ташланып
ҡалған урындарҙы хәтерләтеүе менән һиҫкәндереп ҡуйҙы. Был яҡтарҙа ташланған шахталар, ярым-емерек хәленә килгән
йорттар ҙа ғәҙәти күренеш. Халыҡ йәшәгән йорттарға күптән төҫлө буяу теймәгән, ә ҡыйыҡтарында иҫкереүҙән ҡарайып-туҙып
бөткән шифер япма. Юл буйлап туҡтатылған, йәки ташланған шахталарҙың күп булыуы был яҡтарҙың сәнәғәте. Халыҡтың
көнкүреше бик ҡаҡшағанлығын белдереп тора.

Дебальцево - Донецк өлкәһенең иң ҡалҡыу урынында, бихисап йүнәлештәге тимер юлдар киҫешкән урында барлыҡҡа килгән
бик эре тимер юл станцияһы. Ҡаланың барлыҡҡа килеүе 1878 йылдан башлана. Донбасс сәнәғәт районының иң уртаһында хасил
булып, Донецк һәм Луганск ҡалаларының араһында төҙөлә Дебальцево. Ҡаланың биләгән майҙаны 37,5 кв.км. Халҡы - 47,8 мең кеше.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар ҡалаға 1941 йылдың 7 декабрендә керә. Ике йылға яҡын Дебальцево немец
оккупаттары ҡулы аҫтында ҡала. 1942 йылдың ҡышынан 1943 йылдың сентябренә ҡәҙәр ҡаланың көнсығыш өлөшөнән фронт
һыҙығы үтә. Гитлерсылар ҡалалағы барлыҡ предприятиеларҙы емереп бөтә, тотошлай тиерлек торлаҡтарҙы ҡыйраталар. Хәстәханаларҙы,
мәктәптәрҙе ат һарайҙарына әйләндереп, йә булмаһа хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙар сифатында файҙаланалар. 1943 йылдың 3 сентябре -
ҡаланың немец фашистарынан азат ителеү көнө.

1943 йылдың февралендә Дебальцево - Луганск йүнәлешендә тимер юлды өҙөр өсөн генерал-майор М.М.Шайморатов
етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 8-се кавалерия корпусы составында алдан юл йырыусы булып дошмандың
тәрән тылына үтеп инә һәм фашистарҙың бар иғтибарын үҙенә йүнәлтеп, совет ҙәскәрҙәренең Ворошиловград ҡалаһын азат
итеүенә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индерә.
Был ҡалала ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа туҡталып китеүемдең сәбәбе ҡаланың әҙәби-тарихи музейы менән танышыу, ҡала
хакимиәтенә кереп көҙгөлөктә Башҡортостан делегацияһының был яҡтарға килергә йыйыныуын белдереп, мәғлүмәттәр
менән уртаҡлашыу. Музей директоры Гавриленко Нелли Сергеевна мине экспонаттар менән таныштырҙы. Музей
экспозицияһында кавалеристарҙың буркаһы, шашка, планшет, мина ярсыҡтары ҡуйылған. Хушлашҡанда экспозицияларҙа
ҡулланыр өсөн башҡорт атлылары тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы архивынан алынған
М.М.Шайморатовтың һәм башҡа яугирҙарҙың электрон фотографияларын күсереп биреп ҡалдырғас, айырым стенд эшләрг
ә ҙур дәрт һәм теләк белдереп ҡалды музей хеҙмәткәрҙәре.
.
Дебальцево ҡалаһында тарих һәм мәҙәниәт музейында булып, унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаланы азат итеүгә
бағышланған экспозицияны ҡарап сыҡас, ҡала-ара автобустарҙың һирәк йөрөүе сәбәпле, такси яллап Луганск өлкәһенең
Петровское ҡаласығына юлландым. Минең ниндәй йомош-хәстәрҙәр менән йөрөүемде белгәс, таксист Александр бик
ентекләп тирә-яҡты, халыҡтың көн итмешен һөйләп, юл буйынса минең менән ихлас һөйләшеп килде.

Чернухино

Дебальцевонан Петровское ҡаласығына барған юл Чернухино ауылы аша үтә. Был ауылға етәрәк, юл ситендә, 1943 йылдың
февралендә дошмандың тәрән тылына рейд яһаған ваҡытта һәләк булған 7-се гвардия кавалерия корпусы яугирҙәренең
үлемһеҙ данын мәңгеләштереүсе мөһабәт һәйкәл иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Һәйкәл алдында Туғандар ҡәберлеге.
Һәйкәл янында бер аҙ туҡталып китеүҙе бик кәрәкле һанап, машинаны туҡтарға һораным. Тик ерләнгән һалдаттарҙың
исемдәре яҙылған мәрмәр плитәләрҙе баҫып үҫкән ҡый үләндәрен күргәс күңел шомланып китте. Һәйкәлдең урыны бик
уңайлы, асыҡ урында, халҡтың көндәлек йөрөгән юлында. Тик, урындағы хакимиәт вәкилдәре, мәктәп етәкселеге, лә,
күрәһең 9 майҙан һуң бында бер ҙә килеп тә ҡарамағандар. Элбиттә, халыҡтың көнеүрешенең бик ярлы, үҙәк властар тарафынан
ҡыйырһытылғандай, тик үҙ көсө менән генә йәшәп ятҡан Донбасс һәм уның тирәһендәге ошондай ауыл-ҡаласыҡтарҙың
һоролоғон иҫкә алғанда, бында халыҡҡа ла, етәкселәргә лә һәйкәлдәр ҡайғыһы бик самалы икәне аңлашыла. Көҙгә саҡлы был
етешһеҙлекте нисек тә урындағы хакимиәткә еткереп, Башҡортостандан рәсми делегациябыҙ килгәнсе нисек тә төҙәттереү
хәстәрен күрергә кәрәк булыр тип, блокнотыма яҙып ҡуйҙым.

Петровское ҡаласығы

Петровское бәләкәйгенә ҡаласыҡ. Уны карталарға ла бик төшөрөп бармайҙар. 1895 йылда Штеровка ауылынан йыраҡ түгел
дары заводы төҙөлә һәм был завод совет осоронда үҫеп ҡалған бәләкәй генә ҡаласыҡҡа әуерелә. Тәүҙәрәк завод «Штеровка
шартлатҡыс матдәләр заводы” тип атала. Октябрь революцияһынан һуң заводҡа Украинаның күренекле дәүләт эшмәкәре
һәм революционеры И.Г. Петровскийҙың исеме бирелеп, завод янында барлыҡҡа килгән эшселәр ҡаласығы Петровское тип
атала башлай, ә заводтың исеме «Петровское химия комбинаты” тип үҙгәртелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан бында «катюша”лар, минометтар өсөн махсус дары, шартлатҡыс матдәләр етештерелә.
1941 йылда дары заводы Уралдағы бер нисә ҡалаға, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡалаһына, тылға күсерелә. Совет осоронда
ҡаласыҡта тормош ҡайнап торған, ләкин Советтар Союзы тарҡалғас, һуңғы 10-15 йылда бында үҫеш туҡталып ҡала.
Ҡаласыҡта бөгөн үҙәкләштерелгән йылытыу селтәре, йорттарҙы һыу менән тәъмин итеү системаһы туҙғанлығы күҙгә
ташланып тора. Ҡаласыҡ халҡын һалҡын һыу менән тәъмин итеү өсөн махсус автоцистерна аҙнаһына өс тапҡыр
урамдарҙан үтеп һыу тарата. Ҡала халҡы төрлө һауыттар тотоп, сират тороп 5 ҡатлы йорттарҙағы фатирҙарына һыу
ташыйҙар. Айырыуса оло йәштәгеләр, пенсионерҙар өсөн был ҡыйынға төшә. Ҡаласыҡта үҙәкләштерелгән йылытыу
ҡаҙанлығы бик күптән туҡтатылған. Шул арҡала фатирҙарында һәр кем айырым электр йылытҡыстар урынлаштырыу
хәстәрен күрә. Ҡаты һалҡындар төшкәс кенә йорттарҙа шәхси электр мейестәре тоҡандырыла. Петровское халҡы тормош
ауырлыҡтарына бирешеп, ҡул ҡаушырып торғандарҙан түгел. Киләсәккә өмөтөн дә өҙмәй, үткәндәргә ҡарата хәтерен дә
ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡалала йәшәүселәрҙең тормошо бик етеш булмаһа ла, ҡаласыҡтағы генерал-майор М.М.Шайморатов
исемендәге майҙанды төҙөк хәлдә тоталар. Шул уҡ майҙандан М.М.Шайморатов урамы башлана.

Ҡаласыҡ хакимиәте килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Ҡала хакимиәте башлығы В.А. Глушко
ҡала хәстәрлектәре менән командировкала булыу сәбәпле, хакимиәттә мине ҡала башлығының беренсе урынбаҫары
Лапшов Николай Александрович үҙ бүлмәһендә бик ихласлап ҡаршыланы. Хәл-әхүәл, юл яңылыҡтарын һорашып, Кировоградта
өлгәшкән һөҙөмтәләрем менән бер аҙ танышҡас, ул ҡаланың топографик картаһын өҫтәлгә һалып, башҡорт атлыларына
арналған скверҙың буласаҡ урынын күрһәтте. Беҙҙең акциябыҙҙы дәррәү ҡеүәтләп ҡала советында ла бик әүҙем әҙерләнгәндәр,
скверҙы ойоштороу өсөн ҡала советы депутаттары бик иркен, сиҙәм урындан ер участкаһы бүлеү тураһында ҡарар сығарып
ҡуйған. Был ҡарар менән дә таныштырҙы Николай Александрович.

Буласаҡ сквер Ҡала хакимиәте бинаһы алдында, әлегә буш ятҡан иркен майҙанда билдәләнгән. А.Н. Лапшов менән бергә буласаҡ
свер урынын сығып ҡараныҡ, алдағы көндәрҙә эшләйһе эштәребеҙҙе лә аныҡлыҡланыҡ. Петровское ҡаласығының ғорурлығы
булған Генерал Шайморатов майҙанына барып туғандар ҡәберлеген күрһәтергә лә ваҡыт тапты ул. Генерал М.М.Шайморатов
исемендәге урам да ошо майҙандан башлана. Туғандар ҡәберлегендә бер яҡта билдәле һәм билдәһеҙ рядовой һалдаттар,
сержант һәм кесе офицерҙар ерләнгән. Ҡаршыла дүрт полковник һәм ике генерал-майор ошонда ерләнгән. Генерал-майор
М.М.Шайморатовтың да һөйәктәре ошонда мәңгелеккә урын алған. Мәрмәр таҡталарҙа ошо Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән
300-ҙән ашыу яугирҙарҙың исемдәре теҙелеп киткән.

Штеровка – рейдтың утлы ҡапҡаһы

Петровское ҡалсығынан 3 км алыҫлыҡта Штеровка ауылы һәм күмер шахталары башлана. Тап ошо ауыл тәңгәлендә 1943
йылдың 23 февралендә 112 –се Башҡорт кавалеря дивизияһы дошмандың тәрән тылынан сыҡҡан мәлдә аяныслы хәлдә
тороп ҡала. Шул уҡ көндөң таңында генерал-майор М.М. Шайморатовтың хәрби приказды үтәгән ваҡытта ғүмере фажиғәл
е өҙөлә. Бөгөнгө көндә лә Шайморатовтың һәләк булған урынын Штеровка уҡыусылары бик хәстәләп һаҡай, ошо урындарға
экскурсиялар яһап хәтер һаҡлай.
Бына әле лә, минең Петроваское ҡасабаһына килеүемде белеп, Штеровка ауылы хакимиәте башлығы А.В. Бирюков үҙе яныма
килеп Шайморатов һәләк булған урынды күрһәтергә теләк белдерҙе һәм үҙ машинаһына ултыртып алып китте. Штеровка
ауылында беҙгә тарих уҡытыусыһы Ежова Татьяна Владимировна ҡушылды. Ул беҙҙе ауыл ситендәге “Шайморатов һуҡмағы”на
алып барҙы, шул урындарҙан кавалеристарҙың рейдтан нисек сығыуҙары тураһында хәтирәләре, мәғлүмәттәре менән таныштырҙы
. Ауыл ситендәге ҡалҡыу түбә өҫтөнән бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп тора.

- Бына, әле беҙ ҡарап торғандай, ошо урындарҙан 1943 йылдың 23 февралендәге таң алдынан фашистар ҙа тирә-йүнде
утҡа тотоп, арып, хәлһеҙләнеп, бар булған боеприпастарын сарыф итеп рейдтан сығып килеүсе беҙҙең кавалеристарҙы
һағалап- күреп торғандар. Чернухино-Фромандейровка-Штеровка араларында 1943 йылдың 23 февралендә 112-се башҡорт
(16 гвардия) кавалерия дивизияһы өсөн иң ауыр, хәл иткес ваҡиғаларҙың береһе тыуа. Ғөмүмән, был көн рейдтан сығыр
алдынан ғына 7-се гвардия исемен алған квалерия корпусы өсөн иң ауыр көндәрҙең береһе булып тарихта ҡала. Кавалерия
корпусының штабы тулыһынса алдан юл йырып барыусы 16-сы гвардия башҡорт кавалерия дивизияһы штабы менән бергә
була. 23 февраль таңына беҙҙең кавалеристарҙың алдағы төркөмө Юлино 2 хуторына килеп етә. Унан йыраҡ түгел,
1 саҡырымда Фромандейровка ята, тип һүҙен дауам итте Татьяна Владимировна.

Юлино ҡасабаһынан Малониколаевкаға табан хәрәкәт иткәндә 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы
ике колоннаға бүленеп хәрәкәт итә. Уларҙың уртаһында генерал Борисов етәкселек иткән 7-се гвардия кавалерия
корпусының штабы була. Алдан барған колоннаны полковник Фондеранцев етәкләй. Штеровка ауылы янына етәрәк,
Редькино балкаһы тәңгәлендә генерал-майор Борисов етәкләгән корпус штабы килгән төркөм генерал-майор М.Шайморатов
етәкләгән 16-сы гвардия дивизияһының алдынғы колоннаһын ҡыуып етә лә, шундуҡ Шайморатовҡа рейдтан ошо тәңгәлдән
йырып сығыуҙы ҡәтғи талап иткән приказын биреп, артабан кашовкаһында ҡуҙғалып китә. Ләкин бик оҙаҡҡа һуҙылған ҡыҙыу
һөйләшеү ваҡытында туҡталып ҡалған колонналарҙы шәйләп алған дошман Штеровка ауылы яғынан артиллерия уты асып
бөтә пландарҙы ла юҡҡа сығара, улай ғына ла түгел, дошман бөтә көсөн башҡорт атлыларының өҫтөнә яуҙыра башлай.
Тирә-яҡта ғәрәсәт ҡуба. Һаҡлыҡ сараларын ҡулланып разведка яһау форсаты ла Шайморатовҡа бирелмәй. 23 февраль – Совет
армияһы һәм хәрби диңгеҙ флоты көнө уңайынан бер аҙ кәйефләнеп, ҡыҙмаса булып алған генерал-майор Борисов генерал-майор
Шайморатовҡа бик тупаҫ өндәшеп, ҙур фажиғаға башланғыс бирә. Ҡыҙыулыҡ менән яндырайланып приказдар биргән Борисов
менән бергә кашовкала йәнәш ултырып барыусы кавалерия корпусының штаб начальнигы генерал-майор Сабуров ҡуҙғалып
китеү менән дошман артиллерияһының тәүге снарядтарына эләгә. Генерал Сабуров һәләк була, ә еңел яраланған Борисов
фашистарға әсир төшә.
Был ваҡытта бер туҡтауһыҙ атыусы артиллерия уты хәҙер инде Шайморатов етәкселегендә килгән 16-сы гвардия кавдивизияһының
штаб офицерҙары төркөмөнә йүнәлтелә. Яҡында ғына шартлаған туптың ярсыҡтары ат өҫтөндә барған Шайморатовты үлемесле
йәрәхәтләп, әле генә егеттәрен алға әйҙәп оран һалған командирҙы ергә ҡолата. Шайморатов, ауыр йәрәхәт алған килеш,
тирә-яҡтағыларға аттрынан төшөргә, дошманға ут асырға, туҡтап ҡалмаҫҡа әмер биреп өлгөрә. Ошо көтөлмәгән ғәрәсәттән
ҡотолоу эҙләгәндәй, башҡорт дивизияһының ике колоннаһы ла бар көсөн йыйып, ташҡындай ытырғанып алға ынтыла.

Әле Татьяна Владимировнанан ишеткәндәремде бик күптән, тағы ҡайҙа ишеттем икән тип, һағайып, тирә-яҡты байҡайым.
Баҡтиһәң, был хәлдәрҙе үҙе ошо рейдта ҡатнашып, иҫән-имен сыға алған ветеран-кавалерист, күршем Сафа бабай Рәхимғолов

– Ғафури районы Сәйетбаба ауылында, 1972 йылда беҙгә, уҡыусы балаларға һөйләп торғаны хәтерҙә уйылып ҡалған бит.
Ул нәҡ шул рейд ваҡытында полковник Фондеранцевтың коноводы булып хеҙмәт итә. Генерал-майор Шайморатовтың да
үлемен бер яҡ ситтәрәк үҙ күҙҙәре менән күрә ул. Тик атынан ҡолап төшкән командирҙары янына бер кем дә бара алмай.
Шайморатов тирәһендә ҡайнаған шартлауҙар бер кемгә лә яҡын килергә форсат бирмәй. Шул хәлдәге үкенесле мәлдәрҙе Еңеү
байрамы етһә, бик ауыр тойғолар кисереп, хәтерләп һөйләй торғайны ауылдашым.

- Дошман тылынан рейдтан сыҡҡан мәлдә тамуҡта булғандай булдыҡ, ул көндәрҙе һис бер кемгә күрергә яҙмаһын. Командирыбыҙ
һәләк булғас беҙ үҙебеҙҙе һәр саҡ шайморатовсылар тип атап йөрөттөк, Берлиндың аръяғына, эльбаға барып еттек , тип үҙе кисергән
бик ауыр ваҡыттарҙы бик йыш иҫкә алыуы үҫмер йылдарымдан уҡ минең хәтеремдә уйылып ҡалған. Сафа Әхмәтша улы
Рәхимғолов шул рейдта ҡатнашҡан өсөн Ҡыҙыл йондоҙ орденына лайыҡ була. Шайморатов тураһында ла, үҙ командиры
Фондеранцев тураһында ла бик ҡәтғи, талапсан һәм оҫта эш итеүсе полководецтар булды, тип һөйләр ине. Үҙе 1973 йылдың
9 майының иртәһендә һуғыштан алып ҡайтҡан гимнастеркаһын, галифеһен кейеп, орден-миҙалдарын тағып Еңеү байрамын
ҡаршылаған көндө, һуғыш йәрәхәттәренең һөҙөмтәһендә ҡаты ауырып, ни бары 61 йәшендә баҡыйлыҡҡа китте.

Баҫып торған Редькино балкаһының ауылға яҡын осонда хәҙер бер урам барлыҡҡа килгән. Йырынға табан барған юлда,
ҡалҡыулыҡтағы аяҡ аҫтыбыҙҙа, үлән аҫтында яҫма ҡомташтарҙан түшәлеп һалынған һуҡмаҡ күҙгә салынды. Бик күп йылдар
элек барлыҡҡа килгән ул һуҡмаҡ – Шайморатовтың һәләк булған урынына илтеүсе йүнәлеш билдәһе. Редькино йырын –
яҡын-тирәләге башҡа йырындар кеүек тәрән үҙәкле тәбиғи уйһыулыҡ. Аҫта бәләкәй генә һыу сығанағы ағып ята. Хәҙер инде
йырын буйҙары ҡуйы ағаслыҡ менән ҡапланған. Кем белә, 1943 йылдың февралендә бәлки шул ағаслыҡтар араһында беҙҙең
кавалеристар ҡотолоу, ышыҡланыу сараһы тапҡандыр… Ә “Шайморатов һуҡмағы” тәңгәлендә йырын битләүендә сығып
торған шыма ташҡа терәлеп тигәндәй, тамырҙарын тәрән ярыҡтарға ебәреп имән үҫкән… Олпат имән. Миңә тиклем дә был
урынға бер-нисә тапҡыр килеп генералыбыҙға баш эйеп ҡайтҡан Фәрит Назар Вахитовты һәм Петровскоела йәшәүсе
тарихсы Мария Германовнаны бер үк уйға – Шайморатовсылар хөрмәтенә ағастар ултыртыу фекеренә сәбәпсе булған имән ағасы бит был!

Экскурсияны Штеровка ауылындағы мәктәп музейын ҡарап тамамланыҡ. Музей бүлмәһенең иң түрендә, “Һинең
ҡотҡарыусыларың – Штеровка” тип аталған стендта Шайморатовтың фотоһы бар. Уҡыусылар төҙөгән альбомда ла башҡорт
атлыларына арналған хәтирәләр, фотолар байтаҡ. Татьяна Владимировна экскурсияны тамамлап, мине командировкаға ебәреүс
е Республика Хәрби Дан музейына музейға экспонат булһын тип, дуҫтарса бәйләнештәребеҙҙең билгеһе итеп шахтер лампаһы
һәм Штеровка шахтаһынан сығарылған антрацит (ташкүмер) киҫәген бүләк итте.

Шул көндө үк кискә ҡарай, бик һөҙөмтәле булған тәүге сәфәремде тиҙ генә тамалап, алдыма ҡуйылған барлыҡ мәсьәләләргә лә
яуап табып, Петровск ҡалаһының мәҙәниәт һәм спорт бүлеге етәксеһе Петр Дамаскович Скутарҙың хәстәрлекле ярҙамы менән
билет алып, Дебальцево станцияһынан Өфөгә ҡарай юлға сыҡтым.

Доғалы юл – хәйерле юл.
(Икенсе эш сәфәрем)

21 сентябрь. Кискә табан тағы ла оло юлға сығам. Быныһы - Украинаға икенсе сәфәрем. Бына әле лә Луганск өлкәһенең
Петровское ҡалаһына барыу өсөн Силәбе – Симферополь поезына билет алынған. Алдыма аныҡ мәсьәләләр ҙә ҡуйылған:
15 көн эсендә Башҡортостандан киләсәк рәсми делегация килеп еткәнсе, Петровское ҡаласығында “Башҡорт атлылары”
скверын ойоштороу, Штеровка ауылы янында Романовка йырынында, генерал-майор М.М.Шайморатовтың һәләк булған
урынында иҫтәлекле таҡтаны беркетеп ҡуйырға; Петровское ҡаласығындағы “Башҡорт атлылары” скверында ҡуйыу өсөн
Кировоград ҡалаһы янындағы Капустян гранит карьерына барып йәй көнө һайлап алған ҡыҙыл гранит киҫәген алып килеү;
Скверҙа сәскә түтәлдәрен әҙерләү һәм башҡа хәстәрлектәр йөкмәтелгән.

Юл алдынан изге ниәттәрҙең ҡабул булыуына юрап, хәйер биреп, юлға доға уҡытып сығыу ниәте менән “Ихлас” мәсетенә
керҙем. Ҡағыҙ битенә күптән инде гүр эйәләре булып, беҙҙән хәйер-доғалар көтөп ятҡан олатайҙарымдың, ағай-энеләремдең,
шулай уҡ бала саҡтан иҫемдә ҡалған күршем, шайморатовсы-кавалерист, 112-се (16-сы) Башҡорт атлы дивизияһының
гвардия рядовойы Сафа Әхмәтша улы Рәхимғоловтың һәм, әлбиттә, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияның
тәүге командиры, генерал-майор Миңнеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың исемен яҙып, доға уҡыусы хәҙрәт Рафаил
Бикмөхәмәт улына бирҙем. Хәҙрәт Рафаил Ҡолҡаев үҙе лә Шайморатовтың яҡташы булып сыҡты, Ҡырмыҫҡалы районынан
икән. Доғаларҙы, теләктәрен ҙур ихласлыҡ менән башҡарып, күңелемә тыныслыҡ бирҙе. Шулай итеп, Өфөлә доға уҡытып,
хәйерҙәр биреп башланған көн ярымлыҡ юлымды имен-аман уттем.

23 сентябрь. Төнгө унынсы яртыла Поезд Дебальцево станцияһына килеп етергә тейеш. Бына бер саҡ, телефоным шылтыраны.
Петровское ҡаласығының хакимиәтенән шылтыраталар икән. Улар миңә Штеровка станцияһында төшөп ҡалырға тәҡдим яһайҙар.
Ҡала Хакимиәте башлығы Владимир Анатольевич Глушко Штеровка станцияһында үҙе килеп ҡаршы алды.

Төндә килеп етеп, оҙайлы юлдан килеүгә ҡарамаҫтан иртүк уяндым. Сәғәт иртәнге 4.00 Өфөлә был ваҡытта иртәнге 7.00.
Тимәк, өйрәнелгән ғәҙәт буйынса уянғанмын. Был минең Петровскоеға икенсе тапҡыр килеүем, шул уҡ ҡунаҡхана, шул уҡ бүлмә.
Бөгөнгө иртәнән башлап ике аҙнанан артыҡ был ҡалала йәшәп, алдыма ҡуйылған бурыстарҙы үтәү маҡсаты тора. Мине хакимиәт
йортондағы иртәнге оперативкаға алырға тип, ҡала Хакимиәте башлығының машинаһы ла килеп етте.

Иң башта Хакимиәт башлығы Владимир Глушко оперативка йыйып, мине барлыҡ хеҙмәттәштәре менән таныштырҙы.
Яҡын көндәрҙә “Башҡорт атлылары” скверын планғы проектҡа ярашлы ойоштороу эшен башлап, ағастар ултыртып,
Башҡортостандан ҙур делегация килеүгә барлыҡ эштәрҙе лә ваҡытында тамамлау бурысы тора тине.

Оперативканан һуң мин буласаҡ сквер урынына сыҡтым. Скверҙы планға ярашлы ойоштороу өсөн миңә ярҙамға
хакимиәттең хужалыҡ эштәре етәксеһе Сергей Александрович Еговцев тәғәйенләнгән. Эш башлар өсөн ул икебеҙгә
лә балта, көрәк алып сыҡҡан. Икәүләп иң тәү сиратта ҡаҙыҡтар ҡаҙып, буласаҡ скверҙың сиктәрен билдәләнек. Был эштәрҙе
бөтөрөү менән буласаҡ скверҙағы клумба урынын ҡаҙырға тотондом.

Бында байтаҡтан бирле көндәр ҡоро тора. Айҙан артыҡ ямғыр яумаған. Сентябрь аҙағы булыуға ҡарамаҫтан, көндәр эҫе.
Әлеге сквер буласаҡ урында, буш ятҡан сиҙәм ерҙә балалар футбол уйнаған. Клумба урыны нәҡ ҡапҡа урынлашҡан урын
булып сыҡты. Ҡоро ҡаты ерҙе ҡаҙыуы бер аҙ маңлай тирен сығарһа ла, “башланған эш – бөткән эш”, тигәндәй, кискә ҡаҙып
бөтөрҙөм. Бына шулай, көндән-көн хәстәрләп, ниндәйҙер яңы эштәр эшләнде, әкренләп сквер урынында эш һөҙөмтәләре
күренә башланы. Иртәгәһе көндө ҡаҙылған ер урынына ике КамАЗ ҡара тупраҡ килтереп бушаттылар. Бында минең ниә
т бйынса “Уралтау” исемле клумба буласаҡ.
Был эштәр хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Николай Александрович Лапшовтың абруйы, эштәрҙе оҫта ойоштора
белеүе менән алға барҙы. Николай Александрович мине яҡташ тип сәләмләй. Тыумышы менән ул Бөгөлмә ҡалаһынан.
Отставкалағы милиция майоры ул. Бик күп йылдар Петровское ҡалаһындағы төрмәлә хеҙмәт иткән. Бик ябай, ышаныслы
кеше. Скверҙа ултыртыу өсөн ағас үҫентеләрен дә ул тиҙ арала тапты: ҡайындар, пирамидаль топольдәр килтерелде.

Ағастарҙы ултыртыу өсөн соҡорҙар ҡаҙыу эшен Дебальцево ҡалаһынан махсус машина башҡарҙы. Ярҙамға килгән
Дебальцево ҡазактары Сергей Миркулов һәм водитель Александр Уровенко кискә саҡлы туҡтауһыҙ эшләп, йөҙҙән
артыҡ ағас ултыртырлыҡ соҡорҙар быраулап әҙерләне. Килтерелгән ағастарҙы ҡалалағы һөнәрселек лицейында уҡыусы
үҫмерҙәр килеп дәррәү ултырттышты.

Ветерандар хәтер һүтә

Ағастар ултыртып, эштәрҙең ҡыҙған ғына мәлендә, яныма оло йәштәге, сәстәренә сал төшкән ҡаҡса ғына кәүҙәле ир килде лә
, һеҙ булаһығыҙмы, Башҡортостандан килгән Илдар Шәйәхмәтов? – тип һораны. Үҙен ул ябай ғына итеп, урындағы шағир,
Владимир Парфирьевич Тищенко тип таныштырҙы. Минең исемемде, ҡалаға килеремде лә Владимир Парфирьевич урындағы
ҡала гәзитенән уҡып белгән икән. Мин петровскоеға килер алдынан ғына «Петровчанка» гәзитендә Башҡортостандан Хәрби
Дан музейы вәкилдәренең тиҙҙән ҡалаға килерен белдереп мәҡәлә яҙған булғандар.
Ҡыҙыҡһынып, күптәнге яҡын дуҫын осоратҡандай, ихласлап килеп күреште ул. Көн кискә ауышҡайны, иртәгәһен, шәмбе
көндө, иртән иртүк, үҙем туҡтаған ҡунаҡханаға саҡырҙым, яңы ғына танышып, дуҫлашып, уртаҡ уйҙар, уртаҡ фекерҙәр менән
янып-көйөп йөрөгән оло ағайҙы.
27 сентябрь. Шәмбе. Иртән Владимир Парфирьевич оҙаҡ көттөрмәне. Һөйләшеп килешелгәнсә, таң атыу менән минең яныма
килеп тә етте. Икәүләп, Петровское урамдары буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ. Беҙҙең маҡсат уртаҡ: 1941-1943 йылдарҙа ошо тирәлә
булған ваҡиғаларҙы белгән кешеләрҙе күреү, хәтирәләр тыңлап, башҡорт атлы лары тураһында мәғлүмәттәр, хәтирәләр йыйыу.

- Һуғыш башланғас та Петровское ҡаласығында эшләп килгән дары эшләү заводын эвакуациялау башланды. 1941 йылдың
ноябренән башлап был заводтың бер өлөшө Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһына 850-се завод итеп күсерелә. 7 йәшлек
кескәй Владимир шулай итеп, әсәһе менән Стәрлетамаҡтан 7 км алыҫлыҡтағы Новое Барятино ауылына килә. Был “Новая деревня”
исемле колхоз биләмәһендәге ауыл була. Ошо ауылда ул әсәһе менән 1947 йылға тиклем йәшәй. 14 йәшен тултырып тыуған
яҡтарына ҡайтҡанда бик күп тиҫтерҙәре аслыҡтан үлеп, күптәрен фашистар тарафынан атып үлтергән була.

Бына беҙ, Владимир Парфиръевич менән икәүләп, шул фашист аккупацияһы михнәттәрен кисереп, тере ҡалып, йәшәп ятыусы
балалыҡ дуҫы янына – Зимницкий Анатолий Михайлович янына китеп барабыҙ. Ара-тирә Владимир Парфирьевич миңә ҡарап
йылмая ла – земляк, землячок!!! – тип шатланып, арҡамдан тупылдатып һөйөп ала. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ул балалыҡ йылдарында
күреп ҡалған алыҫ Башҡортостанды һағыныуын белдергән икән.

Бына беҙ Анатолий Михайловичтың урамында. Көн дә йылы, шуға күрә алмағас төбөнә ултырып бер аҙ һөйләшеп алырға булдыҡ.
Ҡарттар һөйләй, хәтирәләрен һүтә, мин дәфтәремә яҙып өлгөрөргә тырышып, сыймаҡлайым.

- Һуғыш башлағанда миңә 7 йәш ине, беҙ Фромандировкала йәшәй инек, тип һүҙ башланы А.И.Зимницкий.

- Һуғыш ваҡытында, 1943 йылда башҡорт атлылары тураһында берәй хәтирә әйтә алаһығыҙмы? – тип һораным. Әҙ булһа ла
күргән-белгәндәремде әйтермен. Һис онотолмай шул ул бала саҡта күргәндәр, бары ла хәтерҙә, күҙ алдында тора, шул һуғыш
ваҡытында ашаған ризыҡтарҙың тәме лә ауыҙҙа әлегә саҡлы юғалмай тора кеүек, хатта. Тик бына ныҡ ҡартайҙыҡ инде, хәҙер
ҡартлыҡ арҡаһында кисә, бөгөн булған тыныс тормош хәлдәрен ҡайсаҡ һис иҫләп булмай, ә бала саҡтағыһы – иҫтән сыҡмай, -
тип һүҙен дауам итте Анатолий Михайлович, алыҫҡа төбәлеп.

- 1943 йылдың ҡышында ҡар бик ҡалын ятты. Беҙҙе ҡотҡарам тип, был яҡтарға үтеп кергән атлылар бик сая һуғыштылар.
Үҙ телдәрендә, беҙгә аңлашылмаған телдә һөйләшкәндәрен ишеткеләнек. Бер төркөм атлыларҙы рейдтан сыҡҡанда юл
күрһәтеүсе урындағы кеше һата, аҙаштырып фашистар урынлашҡан урынға килтереп сығарала ла үҙе ҡаса. Бына шунда
бик күп атлылар ҡырылып, ятып ҡалдылар. Штеривка станцияһына бараһы урынға, төндә 20 км алыҫлыҡтағы Штеривка
ауылына килеп сығалар улар.

Ауылда фашистар була. Арып, арманһыҙ булып йонсоған һалдаттар бер ситтәге өйгә кереп йоҡларға булалар. Таң алдынан
иҫкәртелеп ҡуйылғанса, иҙерәп йоҡлаған һалдаттарҙы ҡамап, тыштан бикләп, йортҡа ут төртөп, фашистар уларҙы тереләй
яндырҙы. Тәҙрәнән сығабыҙ тип ынтылһалар, тәҙрәләр алдына ҡуйылған автоматсылары ут асып, эстән янып килеп сыҡҡан
һалдаттарҙы аттылар ҙа аттылар. Иҫ китмәле ҙур фажиғә булды был. Бөтөн ауыл халҡы алдында ҡырҙылар бахырҡайҙарҙы
. Беҙ бер ни ҙә эшләй алманыҡ, йыраҡтан ҡарап торҙоҡ… Был кавалеристар үҙ-ара рус телендә һөйләшмәнеләр, ләкин
кейемдәре совет һалдаттарыныҡы ине бит. Беҙ уларҙың совет һалдаттары икәнен, һуңынан ғына ишетеп белдек, башҡорттар
булған икән! Һатлыҡ йәндең исемен дә беләбеҙ – Чичиков исемле бәндә ине.

Ауылдарҙа аслыҡ, йә тегендә, йә бында туңып үләләр. Мародерҙар ҙа, һатлыҡ йәндәр ҙә күп булды. Үлгән һалдаттарҙың
хром итектәрен ҡалдырып алыусылар ҙа булды…

- Элек бик ҡаты һуғыштар барған урындар, башҡорт атлылары рейдтан сыҡҡанда үткән Юлино I, Юлино II, Фромандировка
(дөрөҫ әйтелеше - Фромандейровка) станцияларының хәҙер исемдәрен үҙгәртеп бөткәндәр, тип әңгәмәне яңғыртты Тищенко.
Хәҙер ул ауылдар, станциялар Ковыльное, Степное һәм Красный Кут тип атала. Әйтерһең дә, исемдәрҙе үҙгәртеп кенә фажиғәле
партияһы онотторорға тырышалар кеүек.

- 1948 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенән бер төркөм делегация килеп, һеҙҙең ҡаласыҡҡа, Штеровка ауылы янындағы, Шайморатов
һәләк булған урындарҙы өйрәнеп йөрөгәндәрен беләһегеҙме?

- Беләбеҙ, күрҙек. Улар Шайморатовтың мәйетен эҙләнеләр.

- Шул турала хәтерегеҙҙә ниҙәр һаҡлана?

- Айырым ерләнгән ҡәберҙе ҡаҙып, унан ҡыҙыл лампаслы зәңгәр галифе кейгән генералды таптылар. Ул ҡәберҙә 1943 йылдың
февралендә башҡорттар рейдтан сыҡҡанда һәләк булып ҡалған ҙур генерал ятыуын шул мәйетте күмеүҙә ҡатнашҡан бер ҡарт
күрһәткәйне. Комиссия составында беҙҙең яҡтың хирургы Поршенко Афанасий Павлович та булды. 23-24 февралдәге ҡаты
бәрелештән һуң немецтар тәүҙә үҙҙәренең мәйеттәрен айырым йыйҙылар, һуңынан, 3 көн үткәс кенә, совет атлыларын яландан
йыйып алырға рөхсәт иттеләр. Бына шул ваҡытта, ҙур генералды үле кәүҙәһе табыла, уны фашистар бар мәйеттәр менән бергә
соҡорға ҡалдыртманылар, айырым соҡор ҡаҙып күмдерҙеләр. Күмгәндә немец генералы честь биреп оҙатҡан. Башҡортостан вәкилдәре
килеп ҡаҙып алғас, салбар биле тәңгәлендәге бәләкәй кеҫәһенән медальоны табылды. Шайморатовтыҡы икәнлеген белдереп торған
“Шаймур…” тигән хәрефтәрҙе уҡый алдылар бит…

Шул ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт күмерләнеп, тере килеш янған һалдаттарҙың кәүҙәләре, үлгән аттар ятты яндырылған йорт тирәһендә.
Фашистар уларҙы огнеметтар менән өткән, буғай. Саналы тачанкаһына ултырған көйө күмерләнеп ҡайтҡан һалдат әле лә
күҙ алдымдан китмәй.

Бына шул, үле башҡорт аттарын ашап ҡына тере ҡалдыҡ бит, ошондағы барса халыҡ астан үлә ине... Немецтар йылҡы итен ашаманы бит,
тик һыйыр итен генә эҙләп йөрөнөләр. Беҙ малай-шлай әсәйҙәребеҙгә эйәреп, яландарҙа ятҡан туңған ат мәйеттәре янына саналар һөйрәп
килә инек. Балталар, бысҡылар менән турап, бәләкәй саналарға тейәп алып ҡайта инек, туңған ат итен. Әсәйҙәр һөйрәй, беҙ арттар
этешкән булабыҙ. Яҙ еткәнсе йылҡы итенән бешерелгән һөҙлөклө аш ашап, терелеп киттек, бер сама хәл керҙе. Хәрәкәт итерлек
булып, көрәйеп киттек. Беҙ ваҡ үҫмер малайҙар ҡурҡмай башланыҡ. Шулай йылҡы итен ашап ултырған саҡтарҙа немец
һалдаттары өйгә килеп кергеләй ине. Ҡулдарын баштарына ҡуйып, бармаҡтарын мөгөҙ итеп тырпайталар ҙа:

- Му-уһ, му-уһ?, - тип ҡысҡырышып һорайҙар ине.

Беҙ иһә: “иһо-һо, и-һо-һо”, - тип ҡысҡырыша инек, йәнәһе лә ашаған ризығыбыҙ һыйыр ите түгел, ә йылҡы ите!

Беҙгә ҡарап: - “Шайзе, сакрамен!” – тип, һүгенеп- төкөрөнөп сығып китерҙәр ине немец һалдаттары. Ә инде йорттарында
таналарын, башмаҡтарын һуйып ашап ултырыусыларҙы тотһалар, аяманылар, аштарын түгеп, иттәрен тартып алдылар.
Ғаилә ағзаларын, хужаларын шунда атып киткән осораҡтар за йыш булды.
Шул мәлде Анатолий Михайлович миңә ҡарап: “Ғәфү ит, улым, ысынын, булған хәлде һөйләйем бит, тик үлгән башҡорт
аттарын ашаған өсөн генә асығып үлеп ҡырылыуҙан ҡотолдоҡ тине тағы ла, еүешләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә, аҫҡа ҡарап…
Тик һәләк булған, күмерләнеп янған һалдаттарҙы ғына йыйып алырға рөхсәт итмәнеләр ул фашистар. Оҙаҡ ваҡыт улар ҡар
өҫтөндә яландарҙа ятты, яҙға саҡлы.

- Беҙ йәшәгән ерҙән йыраҡ түгел, фашитсарҙың ат һарайы булды, тип хәтирәләрен һүтеп китте, бер аҙ туҡтап ҡалған олатай.
Немецтар аттарына буханкалап ҡара икмәк ашата ине. Аттары туйып, ашап бөтөрмәгән киҫәктәрҙе ерҙән сүпләп, ҡуйындарыбыҙға
тығып ҡаса инек. Бер саҡ беҙҙе, ас малайҙарҙы немецтар тотто бит. Беҙҙең менән бергә булған Родионов Анатолий –
шәп музыкант ине, Виктор Романов ҙа хәҙер үлеп бөттөләр. Немец офицеры беҙҙе түңәрәккә йыйып ултырттылар ҙа,
ҡулдарыбыҙҙы артҡа ҡайырып бәйләнеләр һәм беҙҙең өҫкә икмәк киҫәктәре ырғытып, үҙҙәренә бер мәрәкә яһарға тотондолар.
Беҙ, ҡулдарыбыҙ бәйләнгән малайҙар шул икмәк киҫәктәрен ауыҙҙарыбыҙ менән тотоп ашарға тейеш инек. Маңлайҙарыбыҙ
бер-беребеҙгә бәрелеп кубеп-кугәреп бөттө. Икмәк киҫәктәрен тота алмаһаҡ, таяҡ менән аяуһыҙ туҡмалдыҡ. Бер саҡ немец
һалдатының береһе бер бөтөн буханканы баш өҫтөбөҙгә ырғытты. Ҡаты ҡара икмәк минең битемә төшөп, битемде ярҙы,
барыбыҙ ҙың да өҫ-баш ҡанға буялып бөттө. Мин ауыртыуға түҙә алмайынса ҡысҡырам, ә немец һалдаттары шарҡылдашып
көлдө генә, ҡәбәхәттәр…

Бер мәлде, ниндәйҙер ялған хәбәр таралып, немецтәр бер–нисә көнгә ауылдан китеп торҙолар. Шуны һиҙеп калдҡ та , әлеге
Петровское ҡаласығының Беренсе май урамындағы 18-се йортта (ул йорт әле лә бар) комендатураға бер төркөм малайҙар
кереп тулдыҡ. Стенала эленеп торған Гитлерҙың портретын ҡара менән сыймаҡлап, өҫтәлдәге ҡумталарҙан документтарҙы
табып йырттыҡ. Бар нәмәне емерҙек, туҙҙырҙыҡ.

- Ура, немецтар китте!, тип шатланған булдыҡ, сабыйҙарса. Көтмәгәндә, улар ҡабат килде һәм был эште партизандар
эшләгәндер тип, бар тирә-яҡта тентеү ойошторҙолар. Был эште 7-15 йәшлек малайҙар эшләүен улар баштарына ла килтермәне.
Беҙҙең арала ла һатлыҡйәндәр булманы, малайҙар ныҡ торҙо. Немец һалдаттары ҡотороноп, бар ерҙән дә партизандарҙы эҙләне,
тик бер кемде лә таба алманылар. Шулай итеп, беҙ, үҙебеҙсә көстән килгәнсә уларҙан үс алдыҡ.

Тағы ла шундай хәл булды. Бер саҡ фашистарҙың авиацияһы һөжум итте. Бар халыҡ баҙға төшөп ҡасты. Бер мәлде баҙ
ҡапҡасы асылып китте, сығып ҡараһаҡ ҡулына автомат тотҡан совет һалдаты тора. Был һалдат Лаптеп Вовка исемле, 18 йәштәр
самаһындағы күрше малайға граната бирҙе һәм һыу күтәргес башняны шартлатырға йомош ҡушты. Ул башня 1915 йылда
төҙөлгән, әле лә тора. Вовка ризалашып киткәйне лә, тик фашистарға эләкте. Уны аттылар. Уның кәүҙәһе хәҙер Шайморатов
исемендәге ҡала майҙанындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Шул уҡ майҙанда кавалеристарҙан тыш тағы бер совет летчигы ла ерләнгән. Фамилияһы павличенко Н.Н. Уның да фажиғәле
үлеме беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа булды. Әле лә хәтерҙә, нисек итеп немец самолеттарының уны һауа һуғышында атып
төшөрөүҙәре. Беҙ өй тәҙрәләренән баштарыбыҙҙы сығарып ҡараныҡ. Һауа һуғышы ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Бына бер саҡ совет
самолетын әллә-нисәмә немец самолеты артынан ҡыуып, утҡа тотто. Павличенконың самолетына ут тоҡанып, Никитовка
яғына барып төштө. Уның да мәйете генерал Шаморатов майҙанында ерләнгән.

Тағы ла итальяндар булды. Улары беҙгә противогаз сумкаларын биреп, пистолеттар ҙа биреп, баҡалар йыйып килтерергә
ҡуша ине. Беҙ пистолеттарҙың пуляларын һауаға атып боторәбеҙ ҙә, баҡаларҙы ҡулыбыҙ менән тотоп йыя инек. Румын
һалдаттары ла булды, улары тауыҡ итен яратты. Итальяндар баҡа тотоп килтергән өсөн икмәк, ит консерваларын бирҙе.

Анатолий Михайлович һаулығына ла зарланып алды. Ул күптән түгел генә инсульт кисергән икән. – башым геүләп тик
тора., Беҙҙә, Украинала дарыуҙар ҡиммәт, пенсияһы ла аҙ бит… Һүҙгә уның ҡатыны Мария Федоровна ла ҡушылды.
Ул1941-1944 йылдарҙа Каменка ауылында йәшәгәгн.
- Беҙҙең өйҙә 1943 йылға тиклем фашистар йәшәне. Неместар һыуыҡтан ныҡ ҡурты.ҡыҙыу итеп яғылған мейестә
берәүһенең йылы кейемдәре, бит маскаһы, бәйләнгән бейәләйҙәре янды.Был немец минең әсәйем кейемдәрҙе йурамал
яндыррандыр тип, уға асыуланып винтовкаһын төбәп аҡырҙы. Шул саҡ өләсәйем тороп; -

- Һеҙҙең үҙҙекеләр ҡарамайынса яндырҙы бит!, тип, әсәйемде үлемдән аралап алып ҡалды.Һуғыш бөткәс тә был яҡтарҙа
1946 йылға саҡлы аслыҡ булды. Серек картуф сүпләп, баҫыуҙа башаҡ йыйып шешенеп үлеүселәр күп булды.
Сак –саҡ үлгәндән терелеп, йәшәп киттек. 70-се, 80-се йылдарҙа, СССР бар саҡта бер аҙ тормош арыуланып ҡалғайны ла.
Хәҙер уныһы ла бөттө, донъяның да рәте китте, тағы ла…

Бер аҙ тынып ултырғас Анатолий Михайлович тағы һүҙен дауам итте;

- Беҙҙе ҡотҡарып киткән совет һалдаттары миңә буләк итеп яны тыуған ҡолон ҡалдырып киттеләр. Уны кәзә һөтө
имеҙеп аяҡҡа баҫтырып, үҫтерҙем. Һуғыштан йәрәхәтләнеп атайым ҡайтты. Яңы ғына аяҡҡа баҫып, уҫеп килгән йәш тайҙы
йегеп йөрөй башланыҡ. Бер саҡ он ташығанда ауыр йөк тарттырып, был ҡолонҡай имгәнеп үлеп ҡалды.мал-тыуарға ла
һис тынғы булманы, кешеләр ҙә мал хәлендә ҡалған саҡтар күп булды.

- Башҡортостанда, Стәрлетамаҡтан йыраҡ түгел, Новое Борятино ауылында эвакуациияла йәшәгән саҡта, тип һүҙгә ҡушылды
Владимир Парфирьевич, куршелә Иван исемле егет булды. Уларҙың атаһы һуғышта үлгән ине.Күп тә үтмәне, Иванды ла һуғышҡа
оҙаттылар. Бер айҙан уның да похоронкаһы килде…
Бына шулай, хәтерләй-хәтерләй, ололар баштарынан үткәнде , күргәндәрен бер-аҙ иҫкә төшөрөп алдылар. Беҙ хушлаштыҡ.

Һуңғы хушлашыу

Ветеран дуҫы менән осрашыуҙан ҡайтышлай Владимир Парфирьевич менән Шайморатов исемендәге майҙанға килеп,
баштарыбыҙҙы эйеп башҡорт атлыларын иҫкә алып, бер аҙға тын ҡалдыҡ.
- Һин ҡустым, «Шайморатов һуҡмағы» тип аталған урындарҙы кургәнең бармы?
- Йәй көнө, тәүге командировкам ваҡытында Штеровка ауылы янындағы ул урындарға алып барып күрһәттеләр, беләм, тинем.
- Ул урындарҙағы һуҡмаҡҡа мин Башҡортостандан Украинаға ҡайтҡас, йәш сағымда уҡ килеп таш тушәнем. Данлыҡлы
генерал Шайморатовтың фажиғәле һәләк булған урыны алыҫтан күренеп, беленеп торһон өсөн, тине Тищенко. Үҙ ҡулдары
менән мәңгеләштереп ҡуйған оло ағайҙың эшенә ихтирам йөҙөнән ҡулын ҡыҫтым, уның өсөн бағышлап ҡурайымды алып көй
уйнаным. Ул тын ҡалып тыңланы, ла миңә үҙе ижад иткән «Сталинград» тигән шиғырын яттан һөйләне.

Сталинград

Есть металл и есть на нем окалина.
Об этом знают кузнецы.
С возгласом – За Родину! За Сталина!
Гибли наши деды и отцы.

И вставал народ живой стеною
Вновь, как столетия назад.
И стоял над Волгою водою
Насмерть легендарный Сталинград.

Наш солдат всех почестей достоин.
И прославлен будет он в веках.
И стоит в Берлине воин
С девочкой немецской на руках.

Знаю я, что правды час настанет.
И сквозь сонмь наветов и преград
Над землей, как солнце
Сияет символ нашей славы – Сталинград!

- Беҙҙә, Украинала хәҙер сәйәси хәлдәр үҙгәрҙе шул, ҡустым. Был шиғырым күптән яҙылһа ла , бер ҙә баҫтырып
сығара алманым, тип бошоноп та алды ул, усы менән йөрәк тәңгәлен ыуа-ыуа. Мин шиғырҙы тағы ла унан яттан
һөйләтеп, блокнотыма күсереп яҙып ҡуйҙым.

-Башҡортостанда баҫтырып сығарыуҙарын һораһаҡ, рөҡсәт итерһегеҙме үҙегеҙ ? , тип уның ризалығын алдым.Көн
дә кискә ауышты. Беҙ Тищенко ағай менән уның баҡсаһына кереп виноград емештәре менән һыйландыҡ. Шул тиклем
дә уңып бешкәндәр
.
- Йыйып алырға ғына ҡул етмәйерәк тора әле, тип, әйкәнендә уның тағы ла усы менән күкрәген ышҡып алғанын
шәйләп алдым.

Владимир Парфиръевич бер үҙе генә донъя көтә. Һуңғы йылдарҙа ғына уның ихатаһына, йортона кереп биш тапҡыр
урлап сыҡҡандар. Бик күп шиғырҙар, әҫәрҙәр йыйынтығын туҙҙырғандар. Шуға ла ул әленән-әле йөрәге әрнеп, әсенеп
ала күрәһең. Беҙ иртәгәһен, йәкшәмбе көндә тағы ла иртән иртүк осрашырға килешеп, хушлаштыҡ. Ул мине район
үҙәге Красный лучь ҡалаһына экскурсияға алып барырға ниәт иткән. Был ҡалала 112-се башҡорт атлы дивизияһының
батыр яугиры, Советтар Союзы Геройы, взвод командиры, кавлерист лейтенант Хәсәнов исемендәге урам бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо хушлашыуыбыҙ беҙҙең бер көнлөк кенә осрашыуыбыҙ иҫтәлеге булып, һуңғыһы ла булған икән…
Иртәгәһен , Таңғы сәғәт биш тулыр алдынан Шайморатов майҙаны янындағы автобус туҡталышында күпме генә көтһәм дә, ул килмәне.
Йортона барып ишек шаҡыһам да ишек асылманы.
Шулай итеп, Тищенко Владимир Парфиръевичтың һөйләшелгән ваҡытҡа килмәүе ҡапыл мине һиҫкәндереп ҡуйҙы. Күҙ
алдынан уның кисәге ихлас ниәттәре менән булешеүе иҫкә төштө. Ул бит, Башҡортостан делегацияһының килеүен түҙемһеҙлек
менән йән атып көттө, барса халыҡ алдында сығыш яһарға ла дәртләнә ине. Фекерҙәре лә ҡыҙыҡ ине, Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән
Петровское ҡаласыҡтарын үҙ-ара килешеү төҙөтөп туғанлаштырырға тигән теләген дә белдерҙе. Э үҙе әленән-әле әсенеп йөрәген
тотоп, күкрәген усы менән ышҡып ала ине. Бик ныҡ тулҡынланып, ауырып йөрөһә лә уның гел генә халыҡ, ил тип,
шайморатовсыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе уйлап йөрөгәне күҙ алдынан үтте.
Хәҙер инде, Владимир Парфиръевич килмәү сәбәпле, мин яңғыҙым ғына ҡабат генерал Шайморатов исемендәге майҙанға
килдем. Еҙ ҡурайым ды ла, ғәҙәттәгесә үҙем менән алғанмын. Майҙан ситендә урынлашҡан Туғандар ҡәберендәге генерал
Шайморатов ерләнгән урынға, һәйкәл алдына килеп баҫтым да ҡурайымды алып, күңелем бушанғансы «Урал», «Ҡаһым-түрә»,
«Шайморатов генерал» көйҙәрен уйнап алдым. Барлыҡ ниәттәремдең бойомға ашыуын теләп, эштәремдән, уй-ниәттәремдән
бында ерләнгән һалдаттар һәм генералыбыҙ М.М. Шайморатов рухына бағышлап үҙем яттан белгән доғаларҙы ҡат-ҡат уҡыным.
Шунда күңел тулышып, күҙҙәргә йәш эркелде, тамаҡҡа төйөр тығылды. Бик иртә булғанғалыр, бер ел әҫәре юҡ ине. Тирә-яҡ тып-тыныс. Турғайҙар ҙа шыбырлармай, һандуғастар ҙа һайрамай исмаһам.

Шулай бер аҙ хисләнеп, алдағы көндәргә план-ниәттәр ҡороп уйланып ултырғас, күңелем дә тынысланып, бушанып ҡалғандай
булды, тәүге таңғы ел эргәләге ҡайындарҙың япраҡтарын ҡыштырҙатып алды. Офоҡта ҡояш күренеп, тамам яҡтырҙы. Тик майҙанға
Владимир Парфиръевич Тищенко ғына килмәне.

(Һуңынан, бер нисә көн үткәс, делегациябыҙ менән Башҡортостанға ҡайтыр юлға сыҡҡан саҡта ғына белеп ҡалдым, беҙ Башҡорт
атлылары скверында һәйкәл асып бөткәс, шағир йәнле ветеранды барлыҡ ҡала халҡы һуңғы юлға оҙатҡан икән…)

Мәҙәниәт усағында ниҙәр бар ?

Ике аҙнаға яҡын эш менән үткән көндәрҙә ҡаланан ситкә сығып, тирә-яҡ менән иркенләп танышырға форсат булмағайны.
Сираттағы йәкшәмбе көндө файҙалыраҡ, мәғлүмәтле итеп үткәреү маҡсатында иртән мәҙәниәт йортона барып, ундағы ҡаланың тарихи музейы менән танышырға булдым.

Көн һайын ошо бина янынан үтеп йөрөһәм дә, быға тиклем кереп сығырға тура килмәгән. Музей мөдире Ольга Васильева бик
ихлас ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған бүлекте ул ҡайтанан тергеҙеп, экспонаттарын да ҙур тырышлыҡ
менән һаҡлауға ирешкән. Үҙ эшенә ихлас бирелгән ысын хужабикә булып күренде ул.

Уның һөйләүенсә, 80-се йылдарға тиклем гөрләп торған муҙейҙың бүлмәһен урындағы бер эшҡыуар ишараты арендаға
алған да кәйеф-сафа ҡороу урыны яһаған, стендтарын сығарып ташлаған. Шул сәбәпле һуғыштан һуңғы йылдарҙа йыйылған
мәғлүмәттәрҙең бер өлөшөнөң туҙҙырылып, ҡайһы бер стендтар юғалып та ҡалған.

2000-се йылдар башында ольга Васильеваның тырышлығы менән ҡала музейы ҡайтанан эшләй башлаған. Бүлмә түрендә
8-се (7-се гвардия) кавалерия корпусына бағышланған стендтар эленеп тора. Корпус командиры генерал-майор Борисовтың
һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры генерал-майор М.М. Шайморатовтың портреттары, яугирҙәрҙең
һәм башҡа командирҙарҙың фотопортреттары стендтарҙа урын алған.

Башҡортостандан ҙур делегация киләсәген белгәс, музей хужабикәһе бик шатланды, тантаналы сара уҙғарыу көнөнөндә
асыласаҡ, әле эшләнеп ятыусы һәйкәл алдына һалыр өсөн йәшел ылыҫлы ағастарҙан гирлянда әҙерләп килтерәсәген белдерҙе.

Был ҡалала минең кеүек, ситтән килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе бик үҙенсәлекле хәлдәр бар.Ул да булһа, ҡалала дөйөм
йылылыҡ селтәренең булмауы , дөрөҫөрәге, ул булған, тик торбалары сереп, туҙып эштән сығыу сәбәпле ҡаҙанлыҡтар туҡталған.
Йәмәғәт биналарында, шул иҫәптән ҡала мәҙәниәт һарайында ла йыл әйләнәһенә йылылыҡ булмай. Ҡышын биналар эстән ҡырау
атып, еүешләнеп тора, сафтан сыға. Йылылыҡ булмау сәбәпле, стеналар еүешләнеп, музей бүлмәһендә штукатурка урыны-
урыны менән ҡупҡан урындар байтаҡ. Ошондай күңелде ҡырған хәл мәҙәниәт йорто бинаһының өҫкө өсөнсө ҡатында
урынлашҡан китапханала ла күҙәтелә.

Әҙәбиәтебеҙ күңелемде йылытты

Мин китапханаға кергәндә уҡыу залында бинала бик һалҡын булыу сәбәпле өҫ кейемдәрен сисмәй генә кергән бер төркөм лицей
уҡыусылары ултыра ине. Уларҙың алдарында Украинала киң йәйелеү алған тема – 1921 йылдағы аслыҡҡа (украин телендә
- голодомор) арналған әҙәбиәт ята. Ющенко президентлыҡҡа килгәс, йәштәрҙең Совет әҙәбиәтен, классик әҫәрҙәрҙе бөтөнләй
тиерлек уҡыуҙан туҡтауын, күбеһенсә бендерсыларға бағышланған, йәки көнбайыш әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирелеүенә борсолоп,
әсенеп һөйләне мине ихлас ҡаршылаған китапхана мөдире.

Уның әйтеүенә ҡарағанда, Украина хөкүмәте, Президент ҡарарҙары менән байтаҡ әҙәбиәт китапхана фондынан алынған икән.
Шулай булһа ла, китапханасылар тиҫтә йылдар буйына тупланған милли әҙәбиәттәрҙе һаҡларға тырышыуҙарын, халыҡтар
араһында дуҫлыҡ ептәрен һаҡлауға саҡырыусы төрлө саралар үткәреүгә тырышып тороуҙарын да әйттеләр. Бинала һалҡын
булыу сәбәпле, өҫтөнә йылы итеп кейенеп алған китапханасыны тыңлай-тыңлай китап кәштәләре араһынан үтәм. Мине борсоған бер һорау:

- “Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре бармы һеҙҙә ”, тип өндәштем.

- Бар, бар , әлбиттә беҙҙә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре, тип, ҙур кинәнес менән мине тағы ла түргәрәк әйҙәне китапхана
мөдире һәм тиҙ генә минең ҡулыма бер-нисә китап килтереп тотторҙо. Бына ҡулымда мин Афзал Таһировтың рус телендәге
«Красноармейцы-красногвардейцы» (БКИ, 1966 й.), Ғабдулла Байбуриндың «Иремель выше Альп», ИбраҺим Абдуллиндың
1975 йылда Мәскәүҙә «Советский писатель » нәшриәтендә сыҡҡан «Прощай, Рим», Сәғит Агиштың шул уҡ Мәскәү ҡалаһында
1966 йылда донъя күргән «Махмудов» исемле китаптарын тотоп торам. Был китаптарҙы яҡташ-таныштарымды осратҡандай,
биттәрен асып ҡараштырып торғанда, тағы ла бер китапты минең алдыма килтереп өҫтәлгә һалдылар. Был Рәми Ғариповтың
башҡорт телендә 1981 йылда сыҡҡан «Умырзая йыры» исемле шиғырҙар йыйынтығы ине. Титул битенә ручка менән түбәндәге
һүҙҙәр яҙылған: «Башкирский поэт Рами Гарипов 1948 году приезжал к Вам после 8 класса, написал стихи об Украине, в дневнике есть описания Вашего края. Переводил Тараса Шевченко на башкирский язык. А вот в 1990 году я Вам дарю его последний сборник стихов. Юлай Каримов
– главный редактор журнала «Пионер».

Беларус, Украин, Дағстан, Татарстан һәм башҡа республикалар рәтендә Башҡортостаныбыҙҙың күренекле әҙиптәре ижад иткән
әҫәрҙәрҙең китапхана түрендә урын алыуы өшөгән күңелде йылытып ебәрҙе. Һалҡын биналағы китапхананан йылы тәъҫораттар
алып сыҡтым.

Буласаҡ башҡорт атлылары скверында

Хәҙер инде аҙнанан артыҡ эш көндәремде көн дә буласаҡ сквер өсөн билдәләнгән урында үткәрәм. Бында мин алдан әҙерләп килтергән
сквер планына ярашлы буласаҡ аллея урынын, сквер түрендә ҡуйыласаҡ һәйкәлдең нигеҙен әҙерләү, сәскә клумбаларына урындар
билдәләү, атлап йөрөр өсөн тротуар төҙөү кеүек эштәр менән мәшғүл булып иртәнән алып киске эңер төшкәнсе көн дэ ниҙер хәстәрләй
торғас, эш һөҙөмтәләре лә күҙгә күренә башланы. Яҡындағы профессиональ техник лицей уҡыусыларының ярҙамы ҙур булды. Улар
менән буласаҡ скверҙа йөҙҙән артыҡ ҡайын, миләш, пирамидаль тирәктәр ултырттыҡ, һуҡмаҡтарға ваҡ ҡом түшәнек.

Бер көндө, буласаҡ һәйкәлдең нигеҙенә һалыр өсөн ике бетон плитә килтерҙеләр. Эштәрҙе ойошторуҙа ярҙамсы итеп тәғәйенләнгән
Еговцев Сергей Александрович менән плитәләрҙе лом менән шыуҙырып, тигеҙләп урынлаштырҙыҡ. Бик ауыр булһа, булды инде,
иллә мәгәр, көсөбөҙ етте. Өҫтөн цемент иҙмәһе менән тигеҙләп һылап ҡуйҙыҡ.

Киске осрашыу

25 сентябрь. Көндәр ҡоро тора, киске эңерҙә лә тынсыу. Буласаҡ башҡорт атлылары иҫтәлегенә ҡороласаҡ скверҙың ошонда
булыуын белеп ҡалған ҡала халҡы ла үткән-һуткәндә яныма килеп, ҡыҙыҡһынып китәләр. Был урын асыҡ, сиҙәм ер булғас,
халыҡ төрлө урындан турылап , һуҡмаҡ һалып йөрөп ята.Юл аша ғына ҡаласыҡтың хакимиәт бинаһы уынлашҡан. Киләсәктә
был урын халыҡ күп йөрөгән урындарҙың береһе буласағы бөгөндән төҫмөрләнә.

Бына эңер төшөүгә, сираттағы эш көнөмдө тамамлап, ашыҡмайынса ғына химкомбинат ҡунаҡханаһынан бирелгән бүлмәгә
ҡайтып барам. Ҡаршымда, тротуар ситендәге эскәмйә алдында бер төркөм йәш егеттәр йыйылышып юлда торалар. Егеттәр
турыһына килеп еттем дә, һаулыҡ һорашып, сәләмләп, алға китеү өсөн юл биреүҙәрен һораным. Сәләмемде ҡабул ҡылып,
икегә айырылып юл бирҙеләр ҙә, үҙ-ара һөйләшеүҙәрен туҡтатып, тынып ҡалдылар. Был егеттәр менән быға тиклем бер
ҙә осрашмаһам да, улар минең Башҡортостандан яңғыҙ килеп эшләп йөрөүемде көн дә күреп, белеп, күҙәтеп тә торалар
ине. Араларынан берәүһе миңә төбәлеп, - Әлә бер аҙға туҡтап, беҙҙең менән һөйләшеп китәһеңме тигәс, мин дә һис
икеләнмәйенсә, була ул, тип ризалашып, бер аҙға туҡтарға булдым.

– Һеҙ ысынлап та Башҡортостанданмы?, - тип һорау биреп ҡыҙыҡһынып та киттеләр былар. Ҡулымда ялтырап торған еҙ
көпшәне күргәс, быларҙың ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта төштө, хатта ҡулдарында тотоп торған һыралы шешәләрен ергә ҡуйып, тотоп ҡарарға ла үтенеүселәр булды.

- Мин Башҡортостандан, башҡортмон, исемем Илдар була. Был башҡорт халҡының серле милли моң көпшәһе – ҡурай,
тинем, танышыуҙы башлап. – Ҡурай тәбиғәттә олонло үлән булып үҫә, ә был еҙ уҡрайҙы үҙемә иптәш-юлдаш булһын тип һеҙҙең ҡалаға килер алдынан махсус әҙерләп алып килдем, тинем.

-Ни өсөн еҙҙән эшләнгән һуң?

- Башҡорт яугирҙәренең ҡулында яу ҡоралдары менән бергә һәр саҡ ҡурайҙары ла булған. Тыуған илдән алыҫ ерҙәрҙә йөрөгәндә
һағышты баҫырға, күңелде йыуатырға ярҙам итә ул. Бына һеҙгә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы барған ваҡыттарҙан
ҡалған бер тарих. 1943 йылдың көҙөндә башҡорт атлыларының ҡурайҙары Днепрҙы кисеп сыҡҡанда ағып киткәс, улар күп уйлап
тормай, фронт һыҙығынан осоп барған фашистарҙың «рама» тип аталған бер самолетын атып төшөрәләр ҙә, еҙ көпшәһенән ҡурай
яһап уйнағандар. Шул яугирҙәргә оҡшатып, мин дә еҙ көпшәнән ҡурай яһап алдым да, иптәш итеп йөрөп ятам әле, тип аңлаттым егеттәргә.

- Ә уйнап та күрһәтә алаһыңмы, тигәс, инәлтеп-нитеп торманым, киске урамды, тирә йүнде һиҫкәндереп, “Урал ” көйөн уйнап
ишеттерҙем. Был егеттәр тағы уйнарға һорағас, «Шайморатов генерал» көйөн һыҙҙырҙым. Әле генә беҙҙә йәштәргә эш юҡ бит
бында, тип эшһеҙлектән яфа сигеп, иртәгәһе көндө нисек йүнле бер эш табаһы ине, тип бер-береһенә текләшеп, зарығышып
һыра тәмләп торған егеттәр бер аҙ йәнләнеп, дәртләнеп китте. Күҙҙәрендә өмөт сатҡыларының әле бөтмәгәнлеге сағылды.

- Оһо, мин был көйҙә дала еле иҫкәнен, аттар елеп сабышҡанын ишетәм буғай, тип бер-береһенә күҙ һалып, ҡаштарын,
яуырындарын һикертеп алдылар. Шулай, бер тына күңелле генә ваҡыт уҙғарып, тағы ла бер-нисә көй уйнағансы тирә
яғыбыҙҙа байтаҡ кеше йыйылып китте. Улар үтеп барышлай, туҡтап, шым ғына тыңлап торора бирҙеләр. Был ҡаласыҡта
халыҡ шул тиклем моңға һыуһаған, сәғәттәр буйы тыңларға ризалар.

Осораҡлы ғына башланып киткән был аралашыуҙы үҙем туҡтатырға булдым, мин дә ҡайтып ял итәйем, иртәгә лә эш бар
бит әле, тип, быларға, иғтибарҙары өсөн рәхмәт әйтеп хушлаштым. Ғәҙәттә, төркөм-төркөм булып берләшкән йәш-елкенсәк
агрессив булыуы ла ихтимал икәнен һис онотманым, әлбиттә. Ләкин, әлеге төркөмдөң күңелдәре саф ине, араларында
тупаҫлыҡҡа ишаралаусы һис сәбәп юҡ ине. Шуға ла был орашыу миңә лә бик фәһемле тойолдо. Типһә, тимер өҙөрлөк украин
егеттәренең эштәре юҡ, улар тотош ил етәкселеге тарафынан үгәйһетелеп, хәстәрлекһеҙ, эшһеҙ тороп ҡалғандар. Тик
донъяларының туҡтауһыҙ артҡа тәгәрәүе уларҙы урамға сығарған. Был йәштәрҙең эш табып хеҙмәт иткеләре килә, ләкин тирә-яҡта эш юҡ. Шуға күрә лә һорауҙары етди ине уларҙың.

- Һеҙҙә, Башҡортостанда йәштәр нисек йәшәй?

- Нисек, ҡайҙа уҡыйҙар, эшләйҙәрме? - Ә тәртиптәре нисек, буш ваҡыттарында нимә менән шөғөлләнәләр?

- Башҡортостанға эш эҙләп барһаҡ, беҙҙең кеуек Украинанан килгәндәр өсөн эш табып буламы?

- Бында, Украинала йылдан-йыл тормош артҡа тәгәрәй, көнбайыш европа, Америка йоғонтоһо һиҙелеп тора.

Бына шундайыраҡ, һәм башҡа тағы етди һорауҙар менән ондәшеп, ҡурай уйнап бөткәс тә, байтаҡ ваҡыт әңгәмәне дауам
иттерҙеләр. Мин уларға Башҡортостанда Президент Указы менән быйылғы 2009 йылдың «Йәштәрҙең башланғыстарын
үҫтереү йылы» тип аталыуын, республикала дәртле, эшһөйәр йәштәр өсөн барлыҡ мөмкинселектәр ҙә барлығын әйттем.
Хатта Өфө янында йәш ғаиләләргә үҙҙәренә фатир төҙөп керер өсөн тотош айырым ауылдар төҙөлөүен әйткәс, араларындағы
берәүһе, их, беҙҙә лә шулай булһасы ул, тип әйткәне иҫтә ҡалды. Хушлашҡанда күрешеп тормайҙар бит, һау булығыҙ, тиһәм дә,
барыһы ла яныма килеп ҡулымды ҡыҫып, эшемдә уңыштар теләп, ихлас аралашыуға рәхмәт әйтеп тороп ҡалдылар., Тормош
шарттары буйынса Башҡортостан йәштәренекенән күпкә ҡайтыш йәшәгән, өмөтһөҙлөк упҡыны алдында ҡалып эшһеҙлек,
эскелек касафаттарынан ҡотолоу сараларын эҙләгән, ләкин әле күҙҙәрендә өмөт сатҡылары һүнмәгән Украинаның
киләсәген төҙөүсе йәш быуын вәкилдәре менән күрешергә яҙған икән, миңә был көндө, кисләтеп булһа ла.

Ҡыҙыл гранит - һәйкәл ташы

28 сентябрь. Петровское ҡаласығында буласаҡ сквер урынында байтаҡ эш эшләнде. Хәҙер эштәрҙе теүәлләп ҡуйыр
өсөн тик гранит таш ҡына етмәй. Ул таш киҫәген Кировоград өлкәһенән килтереү өсөн Петровское ҡаласығының
Г.И.Петровский исемендәге химия комбинатының генераль директоры урынбаҫары Владимир Петрович Третьяк ҙур
тонналы йөк машинаһын бирергә күптән вәғәҙә иткән ине. Бына әле 13 метрлыҡ «МАЗ» йөк машинаһына ултырып,
Горбач Андрей Михайлович менән 900 км алыҫлыҡтағы Кировоград ҡалаһына юлландыҡ. Андре минең йэштәшем булып сыҡты.
Беҙ тиҙ үк уртаҡ тел табып, һис бер мажараға осорамайынса юлыбыҙҙы бик яҡшы үттек.

Минең төп маҡсатым - Кировоград ҡалаһынан 80 км йыраҡлыҡтағы Новоукраинка районындағы Капустян гранит
карьерынан йәй көнө һайлап ҡуйған 10 тонналыҡ ҡыҙыл гранит киҫәген Петровское ҡаласығына алып ҡайтыу.
Ярты Украинаны үтеп, юлда тәүлек ярым ваҡыт үтеүгә тәғәйенләнгән карьерға барып етергә тейешбеҙ.
Карьерға килеп еткәндә эш ҡайнап торғаны күҙгә салынды. Бындай әүҙемлектән күңел күтәрелеп китте.
Беҙҙең килеүҙе алдан белеп торған карьер директоры Рауил Әһлиуллин да бик ихлас ҡаршы алды. Ниһайәт
, йәйҙән үк һайланып алынған гранит киҫәген кран-балка ярҙамында машинаға тейәп, уға ҡушып тағы ла йөҙө
шымартылған ике йоҡа гранит киҫәктәрен дә машина бортына һалып бөтөүгә көн кискә ауышты.

30 октябрь. Төнгә ҡарай башланған ҡойма ямғыр аҫтында ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ямғыр, әйтерһең дә беҙ алып
ҡайтып килгән гранит киҫәген туҙандан таҙартып йыуырға тырышҡандай, көнө-төнө ҡойоп яуҙы ла яуҙы.
Юлда тағы ла тәүлек ярым булып, 1 октябрҙә кисләтеп ватылмай, имен-аман ҡайтып еттек. Шул уҡ көндө
гранит киҫәген автокран ярҙамында машинан алып, алдан әҙерләп ҡуйылған бетон плитәләр өҫтөнә, мәңгелек
урынына урынлаштырҙыҡ.
Бик көслө ямғыр килеүен белдереп күк йөҙөн ҡара болот баҫһа ла, барыбыҙҙы ла аптыратып, офоҡта ҡапыл
ҡояш күренде. Шул саҡ, эле генә ергә төшөрөлгән беҙҙең буласаҡ һәйкәл ташыбыҙ байып барған ҡояштың алтын
нурҙарына мансылып, ҡапыл балҡып киткәндәй булды.

1 сетябрь. Ташты урынлаштырып, эште тамамлауға ҡояш та байыны, ҡараңғы төштө. Ғәэжәйеп күренеш булды был.
Карьерҙан ҡайтҡанда яуып ҡалған ямғыр ҙа, ниһайәт ҡыуып етте, ҡоролоҡтан кибеп сарсаған ерҙе иркәләп, әкрен
генә яуҙы ла яуҙы. Таң атҡансы яуҙы ул ямғыр. Ямғыр менән бергә яҡшы хәбәр ҙә килде, Башҡортостандан
беҙҙең делегацияның килеп етеүен район үҙәге булған Красный Луч ҡалаһынан Петровское ҡала хакимиәтенә
шылтыратып эйттеләр.

- Яҡшы ниәт менән, изге уйлы кешеләр килә беҙгә, башҡорттар беҙгә терелткес ямғыр килтерҙе, тип шатлыҡтары
йөҙҙәренә сыҡҡан оло кешеләр яныма килеп күрешеп киттеләр. Берсә ямғыр яуыуына ҡыуанып, Башҡортостан
вәкилдәрен күрергә теләүҙән дә уларҙың йөҙҙәре нурланып, күҙҙәрендә күтәренке кәйеф сатҡылары балҡый ине.

2 октябрь. Иртән иртүк Лапшов Николай Александрович, ҡала хакимиәтенең эштәрҙе ойоштороусыһы
Кухотская Татьяна Николаевна һәм мин делегациябыҙҙы ҡаршылау маҡсатынан район үҙәге Красный Лучҡа
килдек. Беҙ килеп етеүгә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының
халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге мөдире Шәфҡәт Ғәли улы Тутаев етәкләгән 15 кешенән торған делегация
7-се гвардия кавалерия корпусы составында һуғышҡан 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы
үткән урындарға; Чернухино ауылына һәм Дебальцево ҡалаһына экскурсияға барырға әҙерләнә ине.

Ихлас күрешеп, делегациябыҙ килгән автобустың багажнигынан йәшкелт-ҡара төҫтәге шымартылған
габбронорит таҡтаташты алдыҡ та Петровское ҡаласығына, "Башҡорт атлылары" скверында эштәрҙе
тиҙерәк тамамларға ашығып, Петровскоеға ҡайттыҡ. Оҙонлоғо 155 см, киңлеге 85 см булған габбронорит ташынан
шымартып яһалған таҡтаташты "Башҡорт атлылары" скверының түрендә үҙ урынын тапҡан ҡыҙыл гранитҡа
беркетеп ҡуйғас, карталарҙа ла күрһәтелмәгән ошо бәләкәй генә Петровское ҡаласығында ике аҙна буйы йәшәп,
эшләп, эскиз-проекттарымдың бойомға ашыуы өсөн түгелгән тирҙең тиктәҫкә генә булмағанлығы, ваҡытымдың
бушҡа үтмәгәнлеге тулы мәғәнәһендә төҫмөрләнде.
Бергәләшеп - ярҙамлашып йөрөүсе иптәштәр был ҡара төҫтәге яҙыулы плитәне ҡыҙыл гранит ташта алдан
соҡоп әҙерләнгән уйымға дәррәү күтәреп урынлаштырғас, алдыбыҙҙа ысын мәғәнәһендә яңы һәйкәл пәйҙә булды.
Украин егеттәре лә ҡыуанышып, ихлас шатланып ҡулымды ҡыҫтылар, эштең уңышлы тамамланыуы менән
ҡотланылар. Ошо минуттан башлап, иртәнге тантаналы шарттарҙа асылыр мәлен көтөп, Башҡортостандан
алыҫта, ҡаһарман бабашҡорт атлыларын данлаусы яңы моументаль әҫәр тыуҙы.
Яугирҙәр тәненән тамып катып ҡалған ҡан тамсыһын хәтерләткән ҡыҙыл ганитҡа беркетелгән ҡара плитәләге
башҡорт һәм рус телдәрендә:

«УКРАИНАНЫ ФАШИСТ ИЛБАҪАРҘАРЫНАН АЗАТ ИТЕҮ ХАҠЫНА 1943 ЙЫЛДЫҢ ФЕВРАЛЕНДӘ
БАТЫРҘАРСА ҺӘЛӘК БУЛҒАН 112-СЕ (16-СЫ ГВАРДИЯ) БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ
КОМАНДИРЫ ГЕНЕРАЛ-МАЙОР М.М. ШАЙМОРАТОВҠА, КОМАНДИРҘАРҒА ҺӘМ ЯУГИРҘӘРГӘ
МӘҢГЕЛЕК ДАН! Башҡортостан Республикаһы халҡынан. Октябрь, 2009 йыл»

"ВЕЧНАЯ СЛАВА! КОМАНДИРУ 112-й (16-й ГВАРДЕЙСКОЙ) БАШКИРСКОЙ КАВАЛЕРИЙСКОЙ
ДИВИЗИИ ГЕНЕРАЛ-МАЙОРУ М.М. ШАЙМУРАТОВУ, КОМАНДИРАМ И БОЙЦАМ, ГЕРОИЧЕСКИ
ПОГИБЩИМ ЗА ОСВОБОЖДЕНИЕ УКРАИНЫ ОТ ФАШИСТСКИХ ЗАХВАТЧИКОВ В ФЕВРАЛЕ 1943 ГОДА.
От народа Республики Башкортостан. Октябрь, 2009 год» тип, уйылып яҙылған рус һәм башҡорт телендәге
яҙыуҙар бер ҡасан да , бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Кистән бирле берсә болоҡһоп, берсә быҫҡаҡлап туҡтауһыҙ һибәләгән ямғыр аҫтында һәйкәл тирәһендә эштәремде
тамамланым. Тик ямғыр ғына берсә һәләк булған яугирҙәр рухына болоҡһоғандай, әллә яңы урында ҡалҡып сыҡҡан
һәйкәлебеҙең эшләнеп бөтөүенә ҡыуаныпмы, эштәрҙең тамамланыуын ғына көткәндәй таңға саҡлы һибәләп яуҙы
ла яуҙы. Был мәлдә, алыҫ Украина ерендә, яу яландарында ятып ҡалған башҡорт яугирҙәрен, уларҙың яратҡан
командиры, халҡыбыҙҙың милли батырына әуерелгән Миңлеғәли Шайморатовты хәтерләп, күк йөҙөнән ергә баҡҡан
фәрештәләр ҙә һыҡтап иланы буғай.

Өсөнсө көн тоташ ямғыр яуа…
3 сентябрь. Тәүлек һуҙымында яуған ямғыр, туҡтарға уйламай ҙа, һаман һибәләүен белде. Һәйкәл тирәһен тәртипкә
килтереү хәстәрлеген иртәнге ямғыр аҫтында ла бер аҙ дауам иттем. Халыҡ бында яҙҙан бирле ямғыр күрмәгәндәй,
эй шатланды был ямғырға. Тәбиғәт тә сарсап, ер өҫтө лә ярылып бөткәйне шул.

– Тиҙҙән башҡорттар, килә, улар яҡшы халыҡ, ямғыр килтерә беҙгә, изге йәнле кешеләр киләсәк, шуға ла ямғыр яуа
ул!, - тип яҡшыға юрап, күрешеп китеүселәр ҙә булды. Ысынлап та, эштәремде тамамлап ҡына бөтөүгә, делегациябыҙҙың
Красный Лучтан ҡуҙғалып, автобуста килеп етәсәктәрен хәбәр иттеләр.

Өфөнән ошо сәфәргә юлға сығырға әҙерләнгән мәлдә исеме республикаға билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашевҡа тап
булғайным. Унан «Хан ҡыҙы» исемле ҡурай көйҙәре теҙмәһен һорап алған инем. Бына әле шул көйҙәрҙе үҙем менән алып
килдем һәм тантаналы осрашыуҙы музыкаль йәһәттән биҙәүсе егеткә тотторҙом, сөнки был гел еңел елпе украин көйҙәрен
яңғыратып маташа. Ҡурай көйҙәре яҙылған дискты кулына тотороп, хәҙер үк бар майҙанға яңғыратып уйнатыуҙы,
Башҡортостан делегацияһы килгәнсе яңғыратыуҙы һораным. Дискты үҙенә бүләк итеп ҡалдырыуымды ла әйткәс,
егет ҡарышманы, йомошто шундуҡ бойомғала ашырҙы. Тирә йүнде илаһи моңдарға сорнап, яңғыратып ҡурай моңдары
таралды. Берсә аттар кешнәгәндәй, берсә дала еле иҫкәндәй тойолдо был көйҙәрҙә. Был илаһи моңға арбалып халыҡ та
сатырҙарын тотоп башҡорттарҙы күрергә тип, сквер янына күпләп йыйыла башланы. Байтаҡ халыҡ ямғырға иҫтәре лә
китмәйенсә, бирелеп китеп, хисләнеп моң тыңланы. Ара-тирә күңелле һөйләшәләр, минән дә килеп һорашалар:

- Был ниндәй бик боронғо халыҡ көйҙәре? Шундуҡ үҙҙәре шатланышып яуап бирәләр:

- Башҡорттар килә бит ҡалабыҙға, был бит башҡорт көйҙәре!

- Ниндәй моң, йыһандан, күктән яңғыраған кеүек ишетелә, шул моңдо алыҫтан уҡ ишетеп килдек бында!

- Бындай ҙа моңло көйҙәрҙе ижад иткән халыҡ әлбиттә, һис бер еңелеү белмәҫ!

– Ысын халыҡ батыры икән - генерал Шайморатов!

- Ай, һай, башҡорттар! Ҡаһарман да, моңло ла халыҡ икән, Шайморатовтың яҡташтары!

Роберт Юлдашевтың ҡурайҙа виртуоз уйнауын халыҡҡа ишеттергән был дискты ҡат-ҡат уйнатып, сараны музыкаль
яҡтан биҙәүсе егетебеҙ башҡа көйҙәр менән һис алыштырманы. Байрамды башҡорт көйҙәре менән биҙәүенә үҙе ихлас
ҡәнәғәт булыуын да, күңел ләззәтен дә йәшермәне, яныма килеп, рәхмәтен белдереп китте. Делегациябыҙҙы дәртле
башҡорт көйҙәре, ҡурай моңдары менән ҡаршыларға форсат тейеүенә үҙем дә ифрат ҡыуандым, һәйкәл тирәһендәге
эштәремде лә теүәлләп, тантаналы асылыу мәленә гранит һәйкәлде әҙерләп, ҡыҙыл ефәк туҡыма менән ҡапланым,
ал таҫма именән бәйләнем.
Халыҡ ғәжәйеп күп булып йыйылды хакимиәт бинаһы ҡаршыһындағы яңы асыласаҡ сквер майҙанына. Бер тынмайса
һибәләп торған ямғырға иғтибар ҙа итмәгәндәй, ҡасандыр үҙҙәрен дәһшәтле һуғыш йылдарында йән аямай утҡа кергән
башҡорт атлыларының бөгөнгө вариҫтарын күреп ҡалырға теләгәндәй, делегация вәкилдәренән күҙ ҙә алманылар,
йотлағоп тыңланылар.

- Бына шулай итеп, тик 9 май көндө генә беҙҙә халыҡ күп булып йыйыла ине, - тине, түштәренә орден-миҙалдарын
тағып алған бер оло ветеран, шатлығынан яныма килеп, арҡамдан тупылдатып һөйөп китте.
Башҡортостан делегацияһын алып килгән автобус килеп туҡтағанда майҙанда ҡурай моңо яңғырап тора ине.
Тантаналы осрашыу дауамында делегациябыҙ етәксеһе Шәфҡәт Тутуев һәм ошо осорашыуҙы әҙерләүҙә башлап йөрөүсе,
Петровское химия берекмәһенең Генераль директоры Андрей Филатов йыйылған барлыҡ халыҡтарҙың алҡышлауы
аҫтында һәйкәлде ҡаплаған ҡыҙыл ефәк туҡыманы тотоп тороусы ал таҫманы киҫеп Башҡорт атлылары иҫтәлегенә бағышланған һәйкәлде астылар. Делегациябыҙ менән бергә килтерелгән 16 аҡ шыршыны алдан әҙерләп ҡуйылған соҡорҙарға һәйкәл тирәләй сквер түрендә ултырттыҡ.

Талғын ғына һибәләп торған ямғыр аҫтында Бөтә делегациябыҙ менән ике сакырымда ятҡан Штеровка ауылы янындағы
Романовка ярлауына юл тоттоҡ. Был ярлауҙың «Шайморатов һуҡмағы» тәңгәлендәге ташлы битләүенә алдан
әҙерләнгән эскиз буйынса «Был урында 1943йылдың 23 февралендә 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия
дивизияһының командире генерал-майор М.М. Шайморатов батырҙарса һәләк булды“ тип яҙылған иҫтәлекле
таҡтаны көнелгәре килеп алдан беркетеп ҡуйған инем. Хәҙер, бөтөн делегациябыҙ менән килеп баш эйҙек,
ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалдыҡ.

Шыптырҙап һибәләп торған ямғыр аҫтында Эмир Заһретдин улы Дәүләтшин Йыназа аяттарын яңғыратты. Бар тәбиғәт,
хатта ямғыр тамсылары ла шул саҡ тынып ҡалғандай булды. Был Шайморатов һәләк булған урында уҡылған тәүге доға
булғандыр, бәлки. Доға артынан яңғыраған ҡурай моңо ла ҡанлы яуҙан ҡайта алмайынса шәһит булып ятып ҡалған
ҡаһарман яугирҙәр рухына бағышланды. Ҡурайсы Юнир Һағынбаев өлөшөнә төштө был изге бурысты атҡарыу. Бер
минутҡа тын ҡалып, күңелдәрҙе бушатабыҙ, тик яҡында ғына үҫеп ултырған имән ағасының япраҡтарынан күҙ
йәштәреләй тыпылдап ямғыр тамсылары ергә тамды.
Көн кискә ауышҡас, Петровское ҡаласығы хужалары һәм халҡы делегациябыҙҙы аш табыны ойоштороп, бик йылы
һәм ихлас күңелдән әйтелгән изге теләктәр теләп оҙаттылар. Автобусыбыҙ тыуған төйәгебеҙгә - Башҡортостанға
төбәлеп елдергән юлда хәтерҙә һис онотолмаҫ эҙ ҡалдырған был сәфәрҙең иҫтәлеге булып күңелдә йыр яралды.

Ел туҙғыта юрғаларҙың
Тарап-үргән ялдарын.
Беҙ ҙә килеп күрҙек әле
Украина яҡтарын.

Беҙ ҡайттыҡ илгә имен-һау ,
Изге бурысты үтәп.
Тыуған илгә һәм халҡыма
Тағы бер данды өҫтәп.

Башҡортостан-Украина- Башҡортостан, октябрь, 2009 йыл.

Илдар Шәйәхмәтов,
Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре.

Добавить комментарий