Йөрөшбаев Нәсүр Әндәрйән улы

Нәсүр Әндәрйән улы Йөрөшбаев — журналист, кинорежиссёр, сценарист.
Йөрөшбаев Нәсүр Әндәрйән улы 1961 йылда Пермь өлкәһе Барҙы районы Чалкау ауылында тыуған. Сығышы менән ғәйнә башҡорттарынан.

1978 йылда Барҙы урта мәктәбен, ә 1981 йылда — зооветеринария техникумын тамамлай.

Совет армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, «Рассвет» («Таң») Барҙы район гәзитендә корреспондент булып эшләй.

1989 йылда Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, шул уҡ университеттың студенты булған немец ҡыҙына өйләнә һәм ГДР-ға күсә. Башта Дрезден эргәһендәге ауылда, һуңыраҡ — Лейпциг ҡалаһында йәшәй, Саксония телевидениеһында оператор, журналист булып эшләй.

Наполеон Бонапарт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Лейпцигта һәйкәл ҡуя. Монумент ябай таштан тора, унда атлы яугир төшөрөлгән һәм өс телдә — немец, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә артабанғы яҙма уйылған: «Халыҡтарҙың 1813 йылғы һуғышы. Башҡорт халҡының Рус ғәскәрҙәре сафында һуғышҡан яугир улдары иҫтәлегенә».

2002 йылда «Трасса» тигән тәүге документаль фильмын төшөрә, ул «Уренгой — Помары — Ужгород» газ үткәргесенең төҙөлөшө хаҡында бәйән итә. «Изге Алексей сиркәүе» («Церковь святого Алексия») тип аталған икенсе фильмы Лейпциг янында Наполеон армияһы һәм союздаш ғәскәрҙәре араһында булған Халыҡтар һуғышына бағышланға

https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%99%D3%A9%D1%80%D3%A9%D1%88%D0%B1%D0%B0...

Добавить комментарий