Һоҡланғыс операция. Ҡыҙыл Башҡортостан. 1943 йыл 31 ғинуар, №25

ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә һәм Өфө ҡала комитеттары һәм  Башкортостан АССР Верховный советы органы

Ст. лейтенант Ә.Ихсан. Ҡыҙыл Башҡортостан. 1943 йыл 31 ғинуар, №25
Һоҡланғыс операция
I
Алыҫҡа, бик алыҫҡа һуҙылған тигеҙ ялан. Бөтәһе лә ус төбөндә. Күтәрелдеңме, күрендең, пулялар һыҙғыра, миналар олай, снарядтар геүләй башлай. Дошманды ҡыуып килеп, яңы ғына, ашығыс ҡына соҡолған окоптар өҫтөнә үлем ҡолас йәйә. Ләкин башҡорт егете үлемдән ҡурҡамы ни? Юҡ.Ватанға, бөйөк Сталинға булған мөхәбәт үлемдән юғары һәм үлемғе ҡаршы броня булып тора. Ҡыйыулыҡ, барырлыҡ менән бергә ҡушылған үс, дошманға ҡарата булған үс башҡортегетен шоңҡар ҡоштай ҡанатландырып алға илтә.
Башҡортегете ҡурҡмай, кртҡа сигенмәй, йөрәген ҡулына тотоп, дошманына ут булып урғыла. Ҡаршылыҡ күрһәткән һәр бер немецты ҡыра, үлтерә. Ҡан өсөн ҡан, үлем өсөн үлем! Уның боевой девизы шулай.
Беҙҙең алдыбыҙҙа Н. хуторының гражданкаһы Лю тора.
- «Немецтар һәм румындар, - ти ул, -һеҙҙең турала бик күп һөйләйҙәр. Башҡорттар килә икән, ҡасырға кәрәк. Улар кешеләрҙе тереләй ашайҙар, боғаҙҙарын ҡырҡып ҡандарын эсәләр, тиҙәр улар. Башҡорт исеме немецты, румында ҡалтырата».
Дөрөҫ, немецтәр ҙә, румындар ҙа башҡорттарҙан ҡурҡалар. Башҡорт егете ҡылысын күрһәтеп, атакаға сыҡтымы, улар ҡасалар. Һуңғы операцияларҙа ғына дошман 100 км\илометрҙан артҡа тәгәрәне.
Ләкин шуны әйтергә кәрәк, башҡорт егете немецтың, румындың бысыраҡ ҡанына мохтаж түгел, у луны эсмәй, ә беҙҙең еребеҙгә оккупант сифатында килгән һәм бирелергә теләмәгән һәм бер румынды, немецты үлтерә.
Быны беҙҙәң ватаныбыҙ, ҡояшлы Башҡортостаныбыҙ талап итә.
Ялан өҫтөн ҡуйы томан ҡаплап алды. Дошман тәбиғәттән файҙаланырға уйланы. Батальондан артыҡ автоматчиктәрен беҙҙең тылға ебәрҙе. Дошманға ҡарағанда көсө 6 тапҡыр кәм булған капитан иптәш Әхмәдиев немецтарҙың хәйләләрен алдан белде. Тылға ингән 25 автоматчикты бөтөрөү бурысын старший лейтенент Крепокҡа тапшырҙы. Крепок группаһы дошманда бер удар менән йыҡты, беренсе булып немец пулеметчигы үлтерелде. Трофейҙы Крепок үҙе алды һәм дошмандың үҙ ҡоралынан үҙенә ут асты. 25 автоматчиктыҡ бөтәһе лә үлеп тәгәрәнеләр. Уң фланмандағы группаны старший сержант Юртаев юҡ итте. Ул боецтарҙы ҡыйыу көрәшкә оҫта алып барҙы. Дошмандың 30-лаған автоматчигы бесән сапҡандай сабылды. Франттан килгән дошманға ҡаршы старший лейтенент иптәш Әминев китте. Ул үҙенең личный өлгөһө менән боецтарҙы рухландырҙы. Һуғыш шул тиклем ҡаты булды, хата приклад менән бәрешергә тура килде. Башҡорт егеттәренең һәр бер ударынан немец тәгәрәне, үлде, яраланды. Дошман бер аҙым да алға үтә алманы.
Капитан иптәш Әхмәдиевтың ваҡытында разведка һәм күҙәтеү булдырыуы, дошмандан да хәйләкәрерәк хәрәкәт итеүә арҡаһында дошман сигенде. Ул һуғыш ҡырында 170 яралы, 90 мәйет ҡалдырып ҡасты. Подразделение ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне. Һоҡланғыс операцияла боецтар сикһеҙ батырлыҡ күрһәттеләр. Ҡыҙыл армеец Ғәлиев дошман ҡамауында ҡалды, ул граната ташлап 4 немецты, винтовканан атын 4 немецты үлтереп ҡмауҙан иҫән сыҡты. Агитатар Ғәтиәтуллин бер үҙе 20 фрицты дөмөктөрҙө.
Операцияла ҡатнашыусылар юғары командованиенан рәхмәт алдылар һәм наградаға тапшырылдылар.
Хәҙер частарҙа лозонг йөрөй:
— Дошманға ҡаршы әхмәдиевселәрсә көрәшегеҙ!
Эйе, әхмәдиевселәрсә көрәшәбеҙ, беҙ башҡорт воиндары үҙебеҙҙең геройҙарыбыҙсы көрәшәбеҙ. Беҙ алыҫ Дон буйындаБашҡортостан бәхетен яҡлап Салауат Юлаевса көрәшәбеҙ. Беҙҙе бындай подвигтарға бөйөк Сталин алып ьара.
Һәм беҙ һеҙгә еңеү менән ҡайтырбыҙ, иптәштәр!

II
Дошман ҡаса
Яңы ғына яуған ҡарҙың өҫтөнән бер нисә кеше үтеп киткән. Таҡыр булмаһа ла һуҡмаҡ бар. Ул ваҡ ағастар араһынан үтеп, соҡор урынға төшә. Тулы ай яҡтыһында соҡорҙоң һул яғында торған часовой күренә.
— Кем килә? – тип һорай ул.
Беҙ үтәбеҙ. Ябай һәм ашығыс эшләнгән ишек асыла.
—Рәжим итегеҙ, үтегеҙ, — ти генерал-майор.
Телефон шалтырай.
—Һеҙме, әҙерлек бөттөмө?
—Һеҙ әйткәнсә, ипт еш-генерал-майор.
Ул беҙгә әйләнә һәм яңы ғына соҡолған, еүеш ер еҫе аңҡытып торған землянкаға күрһәтеп:
— Ғәфү итегеҙ, яңы ғына күсенгәйнек, йыйыштырып та өлгөрмәгәнбеҙ…
Тағы ла телефон шалтырай.
—Беҙ һеҙҙең һөжүмде ышыҡлап торасаҡбыҙ. Әҙербеҙ.
—Ваҡыт етә. Сәғәт…
Сәғәт алтыю Тиҙҙән бер-ике сәғәттән ер геүлдәйәсәк. Дошман тағы ла бер тапҡыр үҙ елкәһендә беҙҙең ударҙы татыясаҡ.
Генерал-майор йылмайып көлә һәм баҫынҡы рәүештә һорау бирә:
—Һеҙҙең эштәр? Хәҙерматериал күп, әлбиттә.
— Әйе, — тибеҙ беҙ һәм беҙҙең бер һорауға яуап ҡайтарыуҙы үтенәбеҙ.
—Ул бик ябай ғына нәмә, тип башлай генрал-майор. Миңә командный пунктан алыҫ түгел урында бер автоматчик осраны. «Ҡайһы ротанан һин?» тип һораны ул. Был һорау бик ят тойолдо. Сөнки беҙҙең был тирәлә пехота юҡлығы миңә асыҡ инее. Мин уға яҡын барҙым. Таҙа, ҙур кеше. Ҡулында немец автоматы. Арала көрәш китте, мин уны үлиерҙем. Ят кеше бик ҙур шпик булып сыҡты. Уның янынан ҡиммәтле документтар табылды…
Ҡапыл ер тетрәп ҡалды. Алыҫ түгел урында снаряд шартланы. Бер, ике, өс …
— Башландымы, — тинек беҙ генрел-майорға ҡарап.
—Башланда, — тип ҡабатланы ул һәм телефонға колағын ҡуйҙы.
Беҙ атаканы ашыҡтыҡ. Һуғыштың ҡайныған урынына килдек.
—Урал тоҡомдары алға! – тип ҡысҡырҙы майор Әлибаев.
Атлылар, шоңҡар коштай, алға ташландылар. Дошман башҡорт атлылары ҡыҫымынан ҡалтыранды һәм ҡасты.
Капитан иптәш Сиригулов подразделениеһы булл һуғышта дошмандың 12 автомашинаһын, 3 танкыһын уратып алды. Ҡылыс, Урал ҡылысы менән Халиков 12 немецтың, Баев 9 немецтың, Ҡурманов 5 немецтың башын өҙҙө.
Атлылар халыҡ йәшәй толрған 3 пунктты ҡотҡарҙылар. Һуғыш ҡаты булды. Совет Информбюроһы был ауылдар тураһында хәбәр итте. Скромный хәбәр аҫтында оло һуғыштың йомғаҡтары бар ине.
Йомғаҡты тикшергәнде генерал-майор:
—Башҡорт егеттәренә дан!, — тине.
Эйе, башҡорт егеттәренә һәм уларҙың һөйклө генерала батыр Шайморатов иптәшке дан!
Ышын халҡым, һинең улдарың һинең наказды ҡыйыу үтәйҙәр. Быны уларҙың көрәш өлгөләре күрһәтә, улар алыҫта, дошман эсендә, дошманда туҡмайҙар, көнбайышҡа ҡыуалар.

Ҡыҙыл Башҡортостан. 1943 йыл 31 ғинуар, №25

Добавить комментарий