Гвардия лейтененты СӘЛИМОВ БАКИР ИШМӨХӘМӘТ улы батырлығы тураһында

Ҡыҙыл Башҡортостан, 1943 й. 24 февраль

Хәрәкәт итеүсе армия
Гвардия лейтененты башҡорт СӘЛИМОВ БАКИР ИШМӨХӘМӘТ улы. Ул һуғышҡа тиклем Өфө районы «Яңы таң» колхозы председателе булып эшләгән. Сәлимовтың подразделениеһы Сталингадтың бер сигендәге соҡорҙо алды, соҡорҙо ҡамап алыуға маташыусы немецтәрҙең контратакаһын кире ҡаҡты. Ул үҙе был һуғышта батырлыҡ, ғәйрәтлелек күрһәтте һәм шының өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградланды. Л. Леонидов фотоһы.

Хәрәкәт итеүсе армия (Ленинград фронты), Ленинградты батыр һаклаусылар араһында Уралдан, Башҡортостандан, Себерҙән һәм СССР-ҙың башҡа райондарынан килгән боецтар ҙа аҙ түгел. Улар ленинградлылар менән бер сафта тороп данлыҡлы ҡаланы һаклайҙар.
ҺҮРӘТТӘ: ял ваҡыты, старший сержант М. ТУҠТАМЫШЕВ Башҡортостандағы туғандарына хат яҙа.

Хәрәкәт итеүсе армия (Төньяҡ-Көнбайыш франт).
ҺҮРӘТТӘ: «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланғандар араһында башҡорт Н. ШӘРИПОВ. Улар бер һуғышта 2 пленный аолылар, дошман ДЗОТ-тын һәм танка ҡаршы орудиеһын гранаталар менән шартлаттылар.

Ҡыҙыл Башҡортостан, 1943 й. 24 февраль

Добавить комментарий