Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр….

Храпя, мотает длинной гривой
                                                                             Под ним саврасый скакунок
                                                                                            Степей башкирский сын счастливый

Лермонтов М.Ю.

Билал ауылында йәшәгән, тыл һәм хеҙмәт ветераны Бикбаев Мѳбәрәк бабайҙы, халыҡ оҫта балыҡсы һәм ат йәнле кеше тип хәтерләй. Мәрхүм Мѳбәрәк ҡайным  тормошто, донъяны үҙенсәлекле   аңлауы һәм ҡабул итеүе менән  айырылып торҙо. Һәр ҡарашын фәлсәфәүи аңлатыр ине, мәҫәлән, ат еккәндә ҡамыт бауын ерҙең әйләнеү хәрәкәтенә ҡаршы тартып бәйләүе. Йәнәһе лә ҡамыт бауын ер хәрәкәтенә ыңғай тартып бәйләһәң һәм аттың   уң яҡҡа нығыраҡ эйелеүеп юртыуын иҫәпләһәң, ҡамыт бауы тиҙерәк бушаясаҡ һәм алыҫ юлда ҡамыт аттың елкәһенә һуғасаҡ. Һуғыш йылдарында    Әүжәндә ат менән бүрәнә ташыған үҫмергә, һуңынан бар ғүмерен ат    тәрбиәләүгә арнаған оло конюхҡа ышанмау мѳмкин түгел ине.

Балыҡ ҡармаҡлаған саҡта ҡайнымдың мотлаҡ үтәй торған йолалары ла бар ине, ҡармаҡҡа ҡапҡан алабуға балыҡтарын «бисмилла» уҡып бәкеһе менән салып ҡуйыр ине. Минең аптыраулы ҡарашыма, алабуғаларҙы  ҡорбан сабаҡтары тип тә атайҙар,   салыу йолаһын мотлаҡ башҡарыр  кәрәк тип әйтер ине.  Шуға ла инде кайныма һәр ваҡыт балыҡ эләгеүе бер ҙә ғәжәп түгел.

Аҡбузат эпосында, күлдән ҡуй-йылҡы күтәрелеүе эпизоды һәр кемгә таныштыр. Халыҡ был күлде   Йылҡысыҡҡан күле тип атай. Эпостың геройы Һәүбән шарт  буйынса күлдән  артына ҡарамай атларға тейеш була. Шул ваҡыт ер ѳҫтѳн тултырып мал-тыуар сыға башлай, ел-дауыл күтәреп Аҡбуҙат күтәрелә. Һәүбән түҙмәй боролоп ҡарай, Аҡбуҙат  һәм аттарҙың  ярға сығып ѳлгѳрмәгәндәре кешенән ѳркѳп күлгә кире сума. Ә ергә баҫып ѳлгѳргән йылҡылар ѳркѳшѳп тыр-пыр  итеп ҡушаяҡлап сабып Урал тауға тарала, йылҡыларҙың тояҡ тауыштары кешеләр ѳсѳн ят тауыш була. «Тыр-пыр» сабҡан йылҡылар, ҡырағай тарпандарға  әүрелә. Кешеләр балыҡ тотоу ысулы: оҙон нәҙек ағасҡа (ҡыуал- ҡыуып ал)ға ҡороҡ (мәскәү) беркетеп тыр, пыр, тыр һүҙен әйтеп йылҡыларҙы ҡороҡлап ҡулға эйәләштергәндәр. Бәлки киреһенсә лә булғандыр, оҫта балыҡсылар ат ҡороҡлау ысулы менән балыҡ мәскәүләйҙәрҙер. Тыр-тыр һүҙе йылҡыларҙы тынысландырыу ѳсѳн әйтелгән һүҙ, һуңғараҡ аттарҙы туҡтатыу әмеренә(командаһына) әүерелеп бүтән тарафтарға таралған.  Әйткәндәй башҡорт тоҡомло аттарҙы сысҡан,суртан һырт тип атайҙар. Ғалимдарҙа аттар  Уралда ҡулға эйәләштерелгән  тип фараз  итә.

Ерле халыҡ легендаһында, Йылҡысыҡҡан күленән сыҡкан аттар ала тѳҫтә булғандар бәйән ителә. «Бейәнән ала ла тыуыр, ҡола ла тыуыр» әйтеме беҙҙең тѳбәктә тыуғандыр. Аҡбуҙат артынан күлгә сумған аттар алабуға балығына әүерелгән, бына ҡайҙан килә икән ҡайнымдың ҡорбан сабаҡтарын бисмиллалы салыу йолаһы. Әйткәндәй христиандарҙа пост (ураҙа) ваҡытында тик балыҡ ите генә ашау рѳхсәт ителеүелә бушҡа түгелдер.

Әрмелә хеҙмәт иткән осорҙа, яҡын дуҫым  балҡар егете Әнүәр Айыуов,  беҙҙә үгеҙ малы  буға тип атайҙар тигәйне. Халҡымдың, Ҡуңырбуға эпосында ла һүҙ эре мѳгѳҙлѳ малдар тураһында бара, тик беҙҙә буға һүҙе бѳгѳнгѳ лексиканан тѳшѳп ҡалған. Беҙҙең тѳбәктә нәҫел үгеҙҙәрен  айғыр-үгеҙҙәр  атауҙарынан сығып, аттар менән бер рәттән тәртәгә егелеп, бигерәктә ауыр һуғыш осоронда ер һѳргән, ауыр йѳк ташыған үгеҙҙәрҙе буғаат тип атауҙарыла ихтимал. Йылҡысыҡкан күленән күтәрелгән малдарҙың ѳйѳр башлығы Аҡбуҙат  ҡушаматыла  ошо фаразға ауаздаш түгелме икән.  Һыу ѳҫтѳндә ҡарпып уйнаған ялтыр тәңкәле, йѳҙгѳс-ҡанаттарын нығытыусы   балыҡтарҙы -акбуҙат ҡолондары, артҡы аяҡтарына баҫып күккә үрәпсегән аттарҙы осорға әҙерләнгән Аҡбуҙат тип күҙ алдыма килтерәм. Әйткәндәй балыҡтарҙың йәйге эҫенән йәшенгән урындарын ятыу, балыҡтарҙың  бер урынға йыйылыуын ѳйѳр тип атауҙары  бушҡа түгелдер. Аттар ҙа йәйге томрала йылға-күл буйына тѳшѳп, тояҡтары менән һыу сәсрәтеп ҡойонорға, һыуға ятып аунарға ярата. Башҡа малдарҙан айырмалы рәүештә, аттар һыу эскәндә артыҡ һыуҙы танау аша сығара, ауыҙ-тештәрен сайҡап ҡуя. Элегерәк йылғаларҙың тәрәнлеген ат йѳҙә ала-алмауы менән билдәләгәндәр.

Алабуға рус теленә «окунь» тип тәржемә ителә. Профессор Рыбаков Б.А.   рус телендә «о» һәм «у» хәрефтәренең үҙ-ара алмаштырыуын билдәләй. (Мәҫәлән, русская земля- Россия). Тимәк, окунь- о конь, кони окунулись в воду. Билдәле рус рәссамы К.Петров-Водкиндың «Купание красного коня»  картинаһыла, онотола барған ат йѳҙҙѳрѳү йолаһын  сагылдыра.

«1-се башҡорт атлы полкы-«Любизар» хәрби-тарихи клубы (тѳняҡ амурҙары) етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов: «халҡыбыҙҙа йылҡы күп,ә аттар юҡ» тип әсенеп әйтеп ҡуйғайны. Ысынлап та бѳгѳнгѳ кѳндә йылҡыларҙы  ит-ҡымыҙ ѳсѳн генә тотабыҙ, элегерәк ҡыш кѳндәрендә ир-егеттәрҙең шау-гѳр килеп тайҙарҙы еккегә, менгегә ѳйрәтеп йѳрѳүҙәре күптән онотолған. Хатта урамда ат менеп сабып уҙған малай-шалайҙар ғына түгел, ат атланған кѳтѳүсене күреү хәҙерге заманда һирәк күренеш. Ә аттар, тәбиғәт биргән сифаттарын, һәләттәрен һаҡлап алып ҡалған.   

1812 йылғы Ватан һуғышында, 1813-1814 йылдарҙа Европа походында,  башҡорт аттарының сыҙамлығы,талымһыҙлығы,әрһеҙлеге турһында мәғлүммәтәр рус, Европа авторҙарының хеҙмәттәрендә киң сағылдырыла. Башҡорт аттарының 200 йыл элек булған тәбиғи сифаттарының юғалмауына үҙем шаһит. «Бородино-2012» халыҡ-ара реконструкцияһына, 14 клуб ағзаһы һәм «Ѳфѳ » дүләт  ат һарайынан  башҡорт тоҡомло ике ат:  Саян ҡушаматлы айғыр, Хонда исемле бейә малы барҙы. Аттарҙы алып барыуҙы, тәрбиәләүҙе  «Ѳфѳ » дүләт  ат һарайы ветеринар табибы Ураҙов Заһир башҡарҙы. «Бородино-2012» халыҡ-ара реконструкцияһы реаль шарттарға ярашлы үткәрелә. Плац-театрҙа 50-ләп пушканың атыуынан ер һелкенгән кеүек, ҡолаҡ ярғандай тауышты ҡолағың, тәнең, тешең  менән тояһың. Нервалары йомшағыраҡ кешеләр теҙ сүккәндәй момента, аттарҙың  ѳркѳп бер-береһен  тешләшеүе, тибешеүе атака ваҡытында һыбайлыһын ташлап китеүе тәбиғи хәл. Реконструкция барышында башҡорт тоҡомло аттар  үҙҙәрен  нисек  тотто һуң? Пушкалар тауышын тәү тапҡыр ишетеүҙәренә ҡарамаҫтан аттар үҙҙәрен сағыштырмаса тыныс тоттолар, аттар хужаһы ҡуйған урында тыныс ҡына тора, үлән һәрмәй,юшап тора, ләкин хужаһы әйҙәүе була уҡ кеүек атакаға ташлана. Бына  нимәлә икән башҡорт аттарының   ѳҫтѳнлѳгѳ!   Шуға күрә, Мәскәү ѳлкәһе фермерҙарының башҡорт тоҡомло аттарҙы тәрбиәләүе  аптырарлыҡ хәл түгел.  Мерлин һәм Кронс  ҡушаматлы башҡорт тоҡомло аттарҙы урындағы фермерҙарынан ҡортомға алдыҡ.

Башҡорт халҡын атһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын, тик  30-35 градус һыуыҡта, ажғыр елдәрҙә тәрән ҡарҙы сапсып кипкән үлән табырға тырышҡан йылҡыларҙы, ҡар ѳҫтѳндә ҡолонлап торған бейәләрҙе күреү ҡыҙганыс.

Айҙар Мәжитов тарихсы
Баймаҡ районы Ѳмѳтбай ауылы

 

Добавить комментарий